Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШПРОМБАНК”

Просмотров: 735

“БАШПРОМБАНК”, Башҡортостан сәнәғәт банкыһы, ААЙ. Өфөлә урынлашҡан. Сит ил валютаһы һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н банк операцияларын (ҡара: Банкылар, Коммерция банкыһы); иҫәп- хисап һәм касса аша хеҙмәтләндереүҙе, юридик һәм физик шәхестәрҙе кредитлауҙы; депозит операцияларын тормошҡа ашыра. 2010 й. 47 кеше эшләгән.

1922 й. СССР акционерҙар сәнәғәт банкыһы вәкәләте пункты булараҡ ойошторола; 1925 й. алып СССР Сауҙа-сәнәғәт банкыһы филиалы; 1932 й. — Капиталь төҙөлөш, сәнәғәт, транспорт, элемтәне финанслау банкыһының Башҡ‑н контораһы; 1959 й. — СССР Стройбанкыһының Башҡ‑н респ. контораһы; 1987 й. — СССР Промстройбанкыһының Башҡ‑н респ. идаралығы, 1990 й. — “Б.” коммерция банкыһы; 1991 й. — “Б.” акционерҙар коммерция банкыһы; 1997 й. — хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә, 1998—2000 йй. “СБС-Агро” акционерҙар коммерция банкыһы составына инә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019