Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШПРОМСЕРВИС”, ЯСЙ.

Просмотров: 440

“БАШПРОМСЕРВИС”, ЯСЙ. Төҙөлөш‑монтаж, ағас-таҡта материалдарҙы быу файҙаланыу ысулы менән киптереү һәм эшкәртеү, нефтехимия продукттарын һатыу эштәрен башҡара; пенополистирол плиталар һәм торбалар өсөн йылы һаҡлаусы материалдар сығара. Салауат ҡ. урынлашҡан. 1993 й. ЯАЙ булараҡ ойошторола, 2022 й. алып хәҙерге статусын йөрөтә. Составында пенополистирол плиталар сығарыу цехы бар (2002 й. нигеҙләнгән). Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.05.2023