Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШСАНТЕХМОНТАЖ”, предприятие

Просмотров: 1133

“БАШСАНТЕХМОНТАЖ”, ААЙ. Производство һәм торлаҡ биналарының, соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарҙың санитар-техник һәм вентиляция системаларын монтажлау, ремонтлау, төҙәтеү һәм файҙаланыуға тапшырыуҙы; йылылыҡ һәм газ м‑н тәьмин итеү, һыу үткәргес һәм канализация селтәрҙәрен һуҙыуҙы; санитар- техник системалар өсөн әҙерләмәләр һәм деталдәр етештереүҙе тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: Бәләбәй, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Учалы ҡҡ. 6 бүлендек һәм бойондороҡло йәмғиәт; полимер материалдарҙан үткәргес торбалар, ҡорос торба әҙерләмәләре, һыу үлсәгес һәм йылылыҡ узелдары эшләү б‑са производство. 2010 й. 541 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

1957 й. 5 монтаж ойошмаһы базаһында “Б.” тресы булараҡ нигеҙ һалына, 1995 й. алып бөгөнгө статуста. 1964 й. РФ‑та тәүге тапҡыр Өфө санитар- техник әҙерләмәләр з‑дында канализация системалары өсөн полиэтилен үткәргес торбалар етештереүҙе үҙләштереү, 1967 й. санитар-техник система узелдарын һәм деталдәрен унификациялау һәм типлаштырыу; 1997 й. БР‑ҙа тәүге тапҡыр һалҡын һыу менән тәьмин итеү системаларының файҙаланыу ваҡытын 50, эҫе һыуҙыҡын — 25 йылға тиклем оҙайтыусы полипропилендан торбалар һәм деталдәр әҙерләү башлана. “Б.” бүлектәре Белорет металлургия комбинатын, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатын, КамАЗ объекттарын (1972—74), Түбәнге Кама нефтехимия комб‑тын (1969—71, Татар АССР‑ы) төҙөүҙә, Ҡаҙағстанда сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереүҙә (1964—68), Ташкентты тергеҙеүҙә (1969—71) һ.б. ҡатнаша. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1966). “Б.” м‑н И.В.Лыков һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

А.Е.Пустовойтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: