Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШСТРОЙДЕТАЛЬ”, предприятие

Просмотров: 887

“БАШСТРОЙДЕТАЛЬ”, ағас-төҙөлөш әйберҙәре (400‑гә яҡын продукция) етештереү пр‑тиеһы. 1967 й. “Б.” ПБ булараҡ Өфө ағас эшкәртеү комбинаты (Ағиҙел ағас эшкәртеү комбинатын, Мәләүез ағас эшкәртеү комбинатын, Салауат ағас эшкәртеү комбинатын, Әүжән урман сәнәғәте хужалығын берләштергән) базаһында нигеҙ һалына, 1994 й. алып “Б.” ААЙ, 2007 й. ябыла. Составына таҡта ярыу (1934 й. нигеҙләнгән), ағас әйберҙәр эшләү (1956), ағас конструкциялар (1957), ағас ишектәр (1967) цехтары ингән. 1999 й. 458 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ- тың башҡа төбәктәрендә һатылған. “Б.” м‑н Б.Ф.Любимов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.П.Бутко, А.Г.Мищенко

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина


 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: