Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРХАНГЕЛ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

Просмотров: 754

АРХАНГЕЛ УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ААЙ. Ағас әҙерләү һәм эшкәртеү предприятиеһы. 1936 й. Архангел район-ара ағас, тара әҙерләү контораһы булараҡ нигеҙ һалына, 1938 й. алып Башҡортостан ағас әҙерләү контораһы, 1962 й. — А.у.с.х., 1995 й. — ААЙ, 2007 й. ябыла. 1958 й. башлап Башлеспром ААЙ‑на ингән. А.у.с.х составында Архангел ағас-таҡта әҙерләү пункты, Аҙау, Ирек, Сәғит, Оҙондар, Уҫаҡлы ағас әҙерләү участкалары, автотранспорт цехы, тирмән булған. 1999 й. 295 кеше эшләгән. Төҙөлөшкә яраҡлы ағас, бысылған материалдар, йәшник тараһы, штакетник, тышлыҡ таҡталары, паркет, ултырғыстар һ.б. етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.04.2023