Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҪЫЛҒУЖИН Ғайсар Бәхтигәрәй улы

Просмотров: 849

АҪЫЛҒУЖИН Ғайсар Бәхтигәрәй улы (1.1.1944, БАССР‑ҙың Белорет районы Ноҡат а. — 29.4.2022, Белорет ҡ.), Хеҙмәт Даны орденының тулы кавалеры. 1963 й. алып Белорет металлургия комбинатында эшләй: 1971 й. башлап бригадир, 1990 й. — мастер, 1999—2008 йй. — өлкән мастер. А. бригадаһы 9‑сы һәм 10‑сы биш йыллыҡтар осоронда эшләп сығарыу күләменең көндәлек нормаһын уртаса 140%‑ҡа еткереүгә өлгәшә. 11‑се биш йыллыҡ осоронда эшләп сығарыуҙың уртаса күләме 157% тәшкил итә, пландан тыш 1100 т продукция етештерелә. 1‑се (1986), 2‑се (1981) һәм 3‑сө (1975) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордендары менән бүләкләнгән.

Х.Б.Аҫылғужин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.05.2023