Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАРРИКАДНАЯ

Просмотров: 619

БАРРИКАДНАЯ, ҡара ҡарағат сорты. 1987 й. М.Ғ.Әбдиева (БНИИЗиС) һәм В.М.Литвинова (РСФСР‑ҙың Ҡара тупраҡһыҙ һыҙаты баҡсасылығы зона ҒТИ, Мәскәү) тарафынан Московская һәм Крупная сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Ҡыуағы бейек, аҙ тармаҡлы, үрендеһе төҙ, йәшел. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, күгелйем йәшел, бер аҙ ялтыр. Емеш тәлгәштәре еңелсә бөгөлөп тора, эре, 8—10 тумалаҡ еләкле, уртаса ауырлығы 1,2 г, татлы. Өлгөрөү ваҡыты һуң булған сорт. Шәкәр миҡдары — 7,2%, С витамины — 186 мг %. Насар һауа шарттарына сыҙамлылығы юғары, онло ысыҡ һәм антракноз м‑н аҙ зарарлана. Уңдырышлылығы — 84 ц/  га (Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, 1985). Башҡортостандың бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

М.Ғ.Әбдиева

Тәрж. М.Н.Моратшина


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019