Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШКИРРЫБА”, пр-тие

Просмотров: 715

“БАШКИРРЫБА”, балыҡ эшкәртеү, балыҡ продукцияһын һаҡлау пр‑тиеһы. 1956 й. Өфөлә “Рыбзавод” дәүләт пр‑тиеһы булараҡ ойошторола, 1978 й. алып “Б.” Өфө күмәртә базаһы, 1989 й. — респ. сауҙа‑производство пр‑тиеһы, 1992 й. — ҡуртым пр‑тиеһы, 1996 й. — дәүләт пр‑тиеһы, 2000 й. ябыла. “Б.” составына балыҡ (1972 й. нигеҙләнгән) һәм технология (1982) цехтары ингән (1999). 1999 й. 183 кеше эшләгән; 14 т тоҙло, 10 т ыҫланған балыҡ етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: