Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШКИРРЫБХОЗ”, пр-тие

Просмотров: 952

“БАШКИРРЫБХОЗ”, ААЙ. Быуа балыҡсылығы, балыҡ тотоу, эшкәртеү һәм һатыу м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. “Б.” составы: “Пчела” (1959, Благовещен р‑ны), “Ҡамышбаш” (1972, Мәләүез р‑ны), “Ҡашҡаҡ” (1998, Тәтешле р‑ны) һәм “Торнабаҫыу” (1972, Өфө р‑ны) балыҡ хужалыҡтары; Бөрө, Дүртөйлө, Ҡарман, Краснокама, Павловка, Учалы, Өфө балыҡ промыслаһы участкалары инә. Балыҡ хужалыҡтарында алабалыҡ, аҡ амур, карп, пелядь, толстолобик үрсетеү һәм үҫтереү тормошҡа ашырыла. Төп кәсеп балыҡтары: алабуға, ҡорбан, пелядь, сабаҡ, суртан, уҡбалыҡ, һыла һ.б. 2009 й. 93 кеше эшләгән; балыҡ табышы 238 т, ш. иҫ. 113 т тауар балығы һәм 124 т кәсеп балығы тәшкил иткән; балыҡ үрсетеү материалын (селбәрә) үҫтереү — 959 мең дана (21 т).

1920 й. “Башохотрыбсоюз” булараҡ нигеҙ һалына, 1932 й. алып “Башрыбопромышленный трест”, 1964 й. — Башҡ‑н балыҡ комб‑ты, 1988 й. — “Б.” дәүләт кооператив балыҡ хужалығы берекмәһе, 1993 й. — “Б.” дәүләт балыҡ хужалығы пр‑тиеһы, 2001 й. — “Б.” ФДУП‑ы, 2004 й. хәҙ. статусын ала.

Р.Б.Йосопов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: