Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИУЛЛИНА Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы

Просмотров: 1588

ҒӘЛИУЛЛИНА Ғәлимә Садиҡ ҡыҙы (31.1.1953, Ҡурған өлкәһе Ҡамышлы а.), философ. Философия фәндәре докторы (1992). Силәбе мәҙәниәт институтын тамамлағандан һуң (1974) Өфө һәм Ырымбур ҡҡ. китапханаларында эшләй. 1980 й. алып Силәбе мәҙәниәт институтында уҡыта, 1992 й. башлап Төбәк сәйәсәтен координациялау комитеты консультанты, 1994 й. — Силәбе өлкәһе хакимиәтендә сектор мөдире. 1997 й. алып Силәбе университетында уҡыта (2000 й. тиклем идара итеүҙең гуманитар-хоҡуҡи нигеҙҙәре кафедраһы мөдире). 2009 й. башлап АҠШ‑та йәшәй һәм эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре власть һәм идара итеү эшмәкәрлеге философияһы, глобалләшеү шарттарында төбәк үҫеше һ.б. проблемаларға арналған.

  Х е ҙ м.: Информационная деятельность в системе научных коммуникаций в посттоталитарном обществе: методологический аспект. Челябинск, 1998; Успех как стиль жизни: деловая элита Урала в лицах и цифрах. Челябинск, 1998; Лидерство в XXI веке: взгляд из России. Челябинск, 2002.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.12.2022
Связанные темы рубрикатора: