Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШКИРСКАЯ КОРОТКОСТЕБЕЛЬНАЯ

Просмотров: 878

БАШКИРСКАЯ КОРОТКОСТЕБЕЛЬНАЯ, ужым тритикалеһы сорты. 2003 й. Н.И.Лещенко, С.А.Ҡунаҡбаев, Ә.Х.Шакирйәнов, В.А.Мызгаева, Ә.И.Йосопова, Н.В.Колесникова, Г.Р.Ҡарасурина, А.Л.Золотов, Д.Ф.Нуриәхмәтов (БНИИСХ) тарафынан ужым бойҙайының Альбидум 114 сорттарын һәм арыштың Чулпан сортын һеркәләндереү һәм гибридты тетраплоид кимәлгә күсереү (колхицинлау), артабан уның айырыуса продуктив формаларын гексаплоидлы тритикале м‑н ирекле һеркәләндереү юлы м‑н сығарылған. Һабағының бейеклеге 85—120 см. Башағының оҙонлоғо 10—12 см, аҡ, цилиндр формаһында, ярым ҡылсыҡлы. 1000 орлоғоноң ауырлығы 42,5—50,4 г. Аҡһым миҡдары 14,4%. Сорт ҡышҡа, йығылыуға, саң тороно һәм ҡаты торон, һоро һәм һабаҡ туты м‑н зарарланыуға сыҙамлы, ужым үңәҙе һәм тамыр сереге м‑н аҙ зарарлана. Вегетация осоро 318—334 көн. Уңдырышлылығы (ц/га): 56 (Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, 2001—09; макс. — 2002 й. 75), 80 (“Элитные семена Татарстана” ассоциацияһы, 2008). БР б‑са 2007 й. ҡулланылышҡа индерелгән, бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Н.И.Лещенко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019