Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒИЛӘЖЕТДИНОВ Йәүҙәт Мәхмүт улы

Просмотров: 1473

ҒИЛӘЖЕТДИНОВ Йәүҙәт Мәхмүт улы [15.4.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Арыҫлан а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 30.8.2011, Өфө ҡ.], философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1975), профессор (1976). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Урта Азия университетын тамамлағандан һуң (Ташкент ҡ., 1952) Ташкент ирригация һәм ауыл хужалығын механизациялау инженерҙары институтында эшләй. 1968 й. алып ӨАИ‑ла уҡыта, 1977 й. — БДПИ‑ның фәнни коммунизм кафедраһы мөдире. 1988 й. алып БДУ‑ла: 1990 й. — иҡтисад һәм хеҙмәт социологияһы кафедраһы мөдире, 1991 й. — социология кафедраһы, 2000—06 йй. — ғәмәли һәм тармаҡ социологияһы кафедраһы мөдире; бер үк ваҡытта 1998 й. — Социаль‑иҡтисади тикшеренеүҙәр институтында социология бүлеге мөдире, 2004—07 йй. БР ФА‑ның Социаль һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәгендә төп ғилми хеҙмәткәр. Фәнни тикшеренеүҙәре этносоциология, мәҙәниәт социологияһы, милли һәм милләт-ара мөнәсәбәт мәсьәләләренә, РФ‑та социаль дәүләт формалашыу үҙенсәлектәренә арналған. Рәсәй социологтар йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе (1992—2006), Рәсәй социология ассоциацияһының республика бүлексәһе (2003—05) рәйесе. Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1983).

  Х е ҙ м.: Национальные и межнациональные проблемы на современном этапе. Свердловск, 1991 (авторҙ.); Социальные последствия реформ в Башкортостане. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Ғ.Ғ.Сәлихов

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.12.2022
Связанные темы рубрикатора: