Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШКИРСКАЯ КРАСНОСТЕБЕЛЬНАЯ, ҡарабойҙай сорты

Просмотров: 823

БАШКИРСКАЯ КРАСНОСТЕБЕЛЬНАЯ, ҡарабойҙай сорты. 2003 й. А.М.Сабитов, Ф.Ф.Мәғәфүрова, Н.Б.Сабитова, Г.Т.Ғәлиева, В.В.Хөснөтдинов тарафынан Рубра сортының ҡыҙыл сәскәле мутантын (Каменец‑Подольский аграр‑техник ун‑ты, Украина) ҡулланып барлыҡҡа килтерелгән гибрид популяцияһын һәм Уфимская, Черноплодная, Чишминская сорттарының (БНИИСХ) ҡыҙыл һабаҡлы, ҡара орлоҡло биотиптарын ғаилә‑төркөмләп һәм күпләп һайлап алыу ысулдары м‑н сығарылған. Һабағының бейеклеге 90—95 см, ҡыҙыл, төҙ, тармаҡлы, 9—14 быуынлы. Япрағы өсмөйөш‑йөрәк формаһында, ҡыҙыл йәки алһыу һеңерсәле, аҫҡы япрағы төклө, оҙон һаплы, өҫкөһө — уҡ формаһында, ултырма. Сәскәһе ҡыҙыл һәм ҡуйы ал. Сәскәлеге — тәлгәш (ҡуйын) һәм ҡалҡан (ос яҡ). Орлоғо ҡараһыу көрән, ромб формаһында. 1000 орлоғоноң ауырлығы 23—25 г, орлоғоноң тигеҙләнеше 80—85%, натураһы 535—550 г/ л, ярылылығы 18—24%. Ярма сығышы 72,2—74,6%. Аҡһым миҡдары 15,4—17,1%. Сорт йығылыуға һәм орлоғо ҡойолоуға сыҙамлы. Вегетация осоро 80—95 көн. Уңдырышлылығы (ц/га): 10—20 (Үҫемлекселек селекцияһы үҙәге, 2008—10), 22,6 (Дәүләкән сорт һынау участкаһы, 2009). БР б‑са 2009 й. ҡулланылышҡа индерелгән, Урал аръяғы дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында үҫтерелә.

А.М.Сабитов

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019