“БАШҠОРТОСТАН”, ҡошсолоҡ фабрикаһы
“БАШҠОРТОСТАН”, ҡошсолоҡ ф‑каһы, ААЙ, “Русское зерно” ЯСЙ составына инә. Өфө р‑ны Авдон а. урынлашҡан. “Б.” составында төп етештереү цехтары: нәҫел көтөүе, көтөү яңыртыу өсөн аҫралған йәш ҡоштар, сәнәғәт көтөүе (бөтәһе лә 1978 й. ойошторолған), һуғым ҡоштары (1979); ярҙамсы цехтар: мал аҙығы әҙерләү (1979), йомортҡа онтағы киптереү (1986), биоцех (1995) һ.б. 2009 й. 852 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 138,6 га. Тауыҡтар иҫәбе — 2185,5 мең, ш. иҫ. йомортҡа һалыусы тауыҡтар — 1520,6 мең; йомортҡа һалыусанлыҡ йылына 321,8 йомортҡа тәшкил итә, себеш сығарыу — 87%, бала ҡоштар һаҡланғанлығы — 93,8%, оло ҡоштар һаҡланғанлығы — 91,5%; йомортҡа етештереү — 447,2 млн дана, ит — 1613,2 т. Биоцехта ҡоштарҙың төрлө зарарлы тәьҫирҙәргә ҡаршы тороусанлығын (резистентлығын) күтәреү өсөн биол. препараттар (бифинорм, йодинол, стрептамин, сплат һ.б.) етештерелә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1978 й. нигеҙ һалына, 2000 й. башлап “Башптицепром” ДУАХП‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 2003 й. хәҙ. статусын ала.
Тәрж. М.Н.Моратшина