Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АГАРОНОВ (Агоронян) Ашот Моисеевич

Просмотров: 745

АГАРОНОВ (Агоронян) Ашот Моисеевич (4.11.1895, Тифлис ҡ. — 21.8.1962, Бразилия, Ереван ҡ. ерләнгән), акушер-гинеколог. Медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1935). БАССР‑ҙың (1945), Әрмән ССР‑ының (1961) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Киев университетын тамамлаған (1918). БДМИ‑ның акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһына нигеҙ һалыусы һәм уның тәүге мөдире (1935—45). Фәнни тикшеренеүҙәре ҡатын‑ҡыҙ ауырыуҙары ваҡытында эндокрин боҙолоуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау ысулдарын эшләүгә бәйле. Бөтә Рәсәй акушер-гинекологтар йәмғиәтенең Башҡортостан филиалы рәйесе (1936—45).

 Х е ҙ м.: Очерки акушерской патологии и оперативное акушерство. М., 1953 (авторҙ.); Оперативное акушерство: Краткое руководство для врачей и студентов.  Ереван, 1963.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.03.2023