АҘНАБАЕВА Лилиә Фәрит ҡыҙы
751
АҘНАБАЕВА Лилиә Фәрит ҡыҙы (5.4.1963, Өфө), иммунолог. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2012). БР-ҙың атҡ. табибы (2013). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Респ. клиник дауаханаһында, бер үк ваҡытта 1996 й. алып БДМУ-ла эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре иммунология һәмөҫкө тын алыу юлдары һәм ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарын диагностикалау, онкогематология проблемаларына арналған. 250‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 13 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Иммуноцитологические исследования в ринологии. 2‑е изд., перераб. и доп. Уфа, 2005 (авторҙ.); Оториноларингология: национальное руководство. М., 2008 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: