АСҠАРОВА Заһира Фәтхулла ҡыҙы
733
АСҠАРОВА Заһира Фәтхулла ҡыҙы (2.1.1948, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Яҡшый а.), терапевт, гигиенист. Мед. ф. д‑ры (2004). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ‑нда эшләй; 1977 й., 1991 й., 1996 й. алып БДМУ‑ла уҡыта. 1983 й. башлап һәм 1992—95 йй. Өфөнөң 21‑се һәм 6‑сы дауаханаларында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге БР халҡы һаулығы торошон, тирә-яҡ мөхиттең химик бысраныуы халыҡ һаулығына хәүеф тыуҙырыуын өйрәнеүгә арналған. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Профессиональный риск для здоровья работников горнодобывающих предприятий. СПб., 2010 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар: