Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЫЧКОВА Маргарита Александровна

Просмотров: 953

БЫЧКОВА Маргарита Александровна (14.1.1925, Өфө ҡ. — 2014, шунда уҡ), педиатр. Медицина фәндәре докторы (1976), профессор (1978). Е.А.Медведеваның апаһы. БДМИ-ны тамамлағандан һуң (1947) Әлшәй районында эшләй, 1949 й. алып Өфө ҡала башҡарма комитетының һаулыҡ һаҡлау бүлегенең баш педиатры. 1967—92 йй. БДМИ‑ла уҡыта (1974—85 йй. балалар ауырыуҙары пропедевтикаһы кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта 1980—85 йй. БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш гастроэнтерологы. Фәнни хеҙмәттәре балаларҙың оҙайлы һәм хроник ашҡаҙан-эсәк юлы ауырыуҙары осоронда ашҡаҙан аҫты биҙе патологияһын өйрәнеүгә арналған. Б. балалыҡ осоронда панкреатитты дауалау өсөн урындағы тәбиғәттең шифалы факторҙарын файҙаланырға тәҡдим итә.

Тәрж. И.М.Аҡъюлов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.11.2021