Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РАЗВЕДЧИКТАР ХӘРБИ АВИАЦИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

Просмотров: 942

РАЗВЕДЧИКТАР ХӘРБИ АВИАЦИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1942 й. 15 майында Дәүләкән ҡ. Гомель хәрби аэрофотограмметрик һәм Таганрог хәрби авиация мәктәптәре базаһында ойошторола. РККА‑ның Хәрби‑һауа көстәренә ҡараған. 1945 й. майынан — Кировоград ҡ., 1946 й. апр. алып Красноярск ҡ. урынлашҡан. Уч‑щела фото белгестәре һәм штаб разведчиктары етәкселеге составының белемен камиллаштырыу курстары эшләгән. 1942 й. йәйендә — 1945 й. яҙында хәрби хеҙм‑рҙәрҙең офицерҙар һәм сержанттар составынан торған 30‑ҙан ашыу сығарылышы (4 меңдән ашыу кеше), разведка авиацияһы подразделениеһы экипаждары һәм фотолаборатория белгестәре (фотографтар, лаборанттар, ҡорамал механиктары, шифр уҡыусылар), әҙерләгән. 1946 й. 27 июлендә таратыла. Уч‑ще нач.: полк. Л.П.Никольский (1942 й. май—авг.), ген.‑майор С.Е. Жуков (1942—46).

Әҙәб.: Б и к м е е в М.А. Исторический опыт военно‑организационной и мобилизационной работы Башкирской АССР периода Второй мировой войны. Уфа, 2005.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019