ХӘРБИ ӘСИРҘӘР
ХӘРБИ ӘСИРҘӘР, халыҡ‑ара хоҡуҡта ҡораллы конфликт ваҡытында дошман власы аҫтында ҡалған хәрби хеҙм‑рҙәр, ополченецтар, партизандар һ.б. комбатанттар. Әсирлек режимы ҡоро ер һуғышы закондары һәм ғөрөф‑ғәҙәттәре т‑дағы положение (1907 й. 4‑се Гаага конвенцияһына өҫтәмә) һәм Х.ә. мөнәсәбәт т‑дағы Женева конвенцияһы м‑н көйләнә. 1654—67 йй. рус‑поляк һуғышы барышында Белая Церковь, Гродно, Липецк, Минск, Смоленск, Юрьев һ.б. ҡалаларҙан әсиргә алынған литвалар һәм поляктарҙың бер өлөшө Өфө өйәҙенә йәшәргә ебәрелгән һәм урыҫ хәрби хеҙмәтенә (ҡара: Полоцк һәм Смоленск шляхтаһы) алынған. 1710—17 йй. Өфөлә 1709 й. әсирлеккә төшкән саксондарҙан ойошторолған драгун полкы урынлашҡан. 1772 й. Ырымбур губернаһында әсиргә алынған 100‑гә яҡын поляк конфедераты булған. Ватан һуғышы (1812) һәм рус армияһының сит илгә походтары (1813–14) ваҡытында 1,5 меңгә яҡын Х.ә. Ырымбур сик һыҙығы ҡәлғәләренә бүлеп бирелгән; 1814 й. майында улар азат ителгән, 48 кеше рус подданныйлығын ҡабул иткән һәм Ырымбур казак ғәскәренәхеҙмәткә ингән. 1830—31 йй. поляк ихтилалын баҫтырыу барышында әсиргә алынған 2,8 мең элекке офицер һәм һалдат Ырымбур айырым корпусына хеҙмәткә күсерелгән. Беренсе донъя һуғышы осоронда Ҡазан хәрби округында 1917 й. ҡарата 300 меңдән ашыу Х.ә. һәм тиҫтәләрсә мең Австро‑Венгрия, Германия һәм Төркиә подданныйҙары тотҡонда булған. 1918 й. Өфө губернаһында 15,7 мең Х.ә. һәм 17 мең тотҡонда булған Австро‑Венгрия һәм Германия подданныйы урынлаштырылған. Улар Әшә‑Балашов заводында, Белорет заводында, Богоявленск заводында, Минйәр заводында, Һатҡы заводында, Эҫем заводтарында, Стәрлетамаҡ, Өфө һ.б. ҡала пр‑тиеларында хеҙмәткә, а.х. эштәренә йәлеп ителгән. Х.ә. мәнфәғәттәрен Швеция короле миссияһы һәм Ҡыҙыл Тәре делегаттары, июлдә Х.ә. һәм ҡасаҡтар эше б‑са Үҙәк коллегия вәкиле С.Л.Светлик, июлдән Дания илселеге, 1919 й. июль—дек. Австро‑Германия революцион советы (А.Фрелих) делегаттары яҡлаған. 1918 й. яҙына Өфөлә 8 меңгә яҡын, Өфө өйәҙендә 5 мең Х.ә. була, уларҙың бер өлөшө совет власын урынлаштырыуҙа һәм Ҡыҙыл Армия яғында Граждандар һуғышында ҡатнаша. РСФСР һәм Дүрт союз илдәре араһында тыныслыҡ т‑да килешеүгә ҡул ҡуйылғандан һуң (Брест‑Литовск ҡ., 1918 й. марты) элекке Х.ә. һәм тотҡонда булғандарҙы үҙ Ватандарына кире ҡайтарыу башлана. Теркәү һәм ҡайтарыу эше м‑н 1918 й. июненә тиклем Өфө губ. ХКС‑ының граждандарҙы теркәү бүлеге, 1919 й. ғин. тиклем ҡасаҡтар һәм Х.ә. эштәре б‑са Өфө губерна комиссары (Светлик), 1919 й. ғин.— мартында әсирҙәр т‑да губерна коллегияһы, март—июндә Рус армияһының хәрби власы, 1920 й. апр. тиклем әсирҙәр һәм ҡасаҡтар т‑да Эске эштәр ХК‑ның губерна коллегияһы, 1921 й. дек. тиклем халыҡты эвакуациялау б‑са Эске эштәр ХК‑ның губерна идаралығы, 1922 й. авг. тиклем Эске эштәр ХК‑ның сик эвакуация пункты шөғөлләнә. 1919 й. февр. Өфө губ. 14 мең, Бәләкәй Башҡортостанда 5 мең элекке Х.ә. һәм тотҡонда булған сит ил кешеһе иҫәпләнә. Х.ә. күпселеге 1920 й. дек. – 1921 й. февр. Башҡортостандан китә, бер өлөшө РСФСР‑ҙа ҡала. Икенсе донъя һуғышы осоронда 1940 й. алып БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Алкин а. 1939 й. Көнбайыш Белоруссия һәм Көнбайыш Украинаны СССР‑ға ҡушыу барышында тотҡонға алынған поляк хәрби хеҙм‑рҙәренең лагеры урынлашҡан; 1942 й. улар генерал В.Андерс етәкс. поляк армияһын ойоштороуҙа ҡатнашҡан. 1941—55 йй. БАССР‑ҙа бер нисә Х.ә. лагеры урынлашҡан (1946 й. яҙына 7 меңгә яҡын кеше). 40‑сы йй. 2‑се ярт. Алкин а. һәм БАССР‑ҙың башҡа торама пункттарында әсирлектән тыуған иленә ҡайтҡан элекке совет граждандары өсөн фильтрлау лагерҙары булған.
Әҙәб.: Данилов В.А. Интернационалисты на Урале и в Сибири. Свердловск, 1972.
Г.В.Мордвинцев, Р.Н.Рәхимов
Тәрж. М.Х.Хужин