ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ
ЮҒАРЫ УҠЫУ ЙОРТТАРЫ (вуздар), халыҡ хужалығының, фән һәм мәҙәниәттең төрлө тармаҡтары өсөн юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү м‑н шөғөлләнгән махсус учреждениелар. Вуздарға академиялар, институттар, университеттар инә. Статус тармаҡҡа, ойоштороу‑хоҡуҡ формаһына, дәүләт аккредитацияһы булыу‑булмауына бәйле билдәләнә. Теоретик һәм практик характерҙағы фәнни эштәр алып барыу, юғары һәм урта махсус мәктәп уҡытыусыларының, а.х., мәҙәниәттең, сәнәғәттең һ.б. төрлө тармаҡтарында эшләгән белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү м‑н шөғөлләнә. Ҡабул итеү тәртибе башҡарма властың федераль органдары тарафынан раҫлана. Ҙур вуздар эргәһендә ғилми дәрәжәле белгестәр әҙерләү өсөн аспирантуралар һәм докторантуралар булдырыла. Донъяуи вуздар м‑н бер рәттән төрлө типтағы юғары дини уҡыу йорттары эшләй.
Башҡортостанда Өфө уҡытыусылар институты юғары белем программаһын ғәмәлләштергән тәүге уҡыу йорто була, унда юғары башланғыс уч‑щелар өсөн уҡытыусылар әҙерләнә. 1918—19 йй. ил вуздары берҙәм дәүләт мәғариф системаһының өлөшөнә әйләнә. 1920 йй. аҙ. — 30‑сы йй. башында илде индустриялаштырыу, а.х. коллективлаштырыу шарттарында республиканың юғары квалификациялы белгестәргә ихтыяжы арта. Өфөлә 1930 й. а.х. (ҡара: Аграруниверситет), 1932 й. мед. (ҡара: Медицина университеты) ин‑ттары асыла. 1941 й. ҡарата БАССР‑ҙа 7 ин‑т эшләй: Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты, а.х., мед., Өфөситтелдәринституты, Бөрө (ҡара: Бөрө социаль‑педагогия академияһы), Өфө, Стәрлетамаҡ (ҡара: Стәрлетамаҡпедагогияакадемияһы) ҡалаларында уҡытыусылар ин‑ттары; уларҙа көндөҙ һәм ситтән тороп 3,3 мең студент белем ала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республикала эвакуацияланған вуздар, ш. иҫ. Ворошилов К.Е. исемендәге юғары хәрби академия, Ленин В.И. исемендәге Хәрби сәйәси академия, эшләй. 1942 й. эвакуацияланған Рыбинск авиация ин‑ты нигеҙендә С. Орджоникидзе ис. Өфө авиация ин‑ты (ҡара: Авиация техник университеты) ойошторола. 1944 й. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑ты филиалы нигеҙендә Өфө нефть ин‑ты (ҡара: Нефть техник университеты) асыла. Һуғыш ваҡытында республикала 3 йыл эсендә 2 меңдән ашыу юғары квалификациялы белгес сығарыла. 1946 й. башына вуздарҙа 6 меңгә яҡын кеше уҡый. Урындағы һәм үҙәк вуздарҙың ситтән тороп уҡыу, киске бүлектәре һәм филиалдары ойошторола. 1955 й. Стәрлетамаҡта Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу политехник ин‑тының (Мәскәү), 1958 й. Белорет ҡ. Магнитогорск металлургия ин‑тының (ҡара: Магнитогорск техник университеты) филиалдары, Октябрьский ҡ. ӨНИ‑нең киске бүлеге һ.б. эшләй башлай. 1957 й. К.А.Тимирязев ис. Пед. ин‑ты нигеҙендә Башҡорт дәүләту ниверситетын асыу республикала университет белеме биреүгә башланғыс һала. 1967 й. БДПИ (ҡара: Педагогия университеты), 1968 й. Башҡорт сәнғәт ин‑ты (ҡара: Сәнғәт академияһы) ойошторола. 1971 й. Мәскәү технология ин‑тының Өфө филиалы (ҡара: Иҡтисад һәм сервис университеты) асыла. 1983—99 йй. Өфөюғары хәрби авиация лётчиктар училищеһы эшләй. 1988 й. ЭЭМ‑дың Өфө юғары мәктәбе (ҡара: Юридик институт) ойошторола. 1990 йй. башлап шәхси һәм йәмәғәт инициативаһы б‑са вуздар асыла, улар киң таралыу алған һөнәрҙәр б‑са белгестәр әҙерләй (ҡара: Дәүләт ҡарамағында булмаған уҡыу йорттары). БР мәғариф системаһының нығыныуына ҡайһы бер вуздарҙың статусын күтәреү һәм уларҙы ун‑ттарға һәм академияларға үҙгәртеү булышлыҡ итә: ӨДАТУ (1992), БДАУ (1993), ӨДНТУ (1993), БДМУ (1995), БДПУ (2000) һ.б. 2012 й. БР‑ҙа юғары белемле белгестәр 10 үҙ аллы дәүләт вузында һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендәге дәүләт вуздарының 17 филиалында (ҡара: Урал дәүләт физиккультура университеты, Һамар дәүләт архитектура‑төҙөлөш университеты, Һамар дәүләт тимер юлдар университеты, Ырымбур дәүләт университеты) әҙерләнә. Дәүләт вуздарында 7,5 меңдән ашыу уҡытыусы эшләй, улар араһында 940 фән д‑ры һәм 3,7 меңгә яҡын фән канд. бар (2012). Республикала дәүләт ҡарамағында булмаған 4 үҙ аллы һәм 8 вуз филиалы, ш. уҡ Рәсәй ислам университеты эшләй.
Әҙәб.: Ч а н б а р и с о в Ш.Х. Формирование советской университетской системы. М., 1988; Е р г и н Ю.В. У истоков университетского образования: очерки о предыстории Башкирского государственного университета. Уфа, 2004.
Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина