Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨП ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕҺЫ

Просмотров: 1211

ТӨП ХАЛЫҠ УЧИЛИЩЕҺЫ, юғары типтағы башланғыс уҡыу йорто. Өфөлә 1789 й. 10 июлендә Рәсәй империяһында халыҡ училищелары уставына (1786) ярашлы асыла, 1797 й. Ырымбур ҡ. күсерелә. Губерна Йәмғиәт ҡараулығы приказы ҡарамағында була, ул уч‑ще эшмәкәрлеген финанс м‑н тәьмин итә, ойоштора һәм контролдә тота. Крепостнойҙарҙан башҡа бөтә ҡатлам балалары ҡабул ителә. Уҡыу бушлай була. Уҡыу курсы — 5 йыл (өлкән класс 2 йыллыҡ була), 2 баҫҡыстан тора: 1‑се баҫҡыс (1—2‑се кластар) кесе халыҡ училищелары курсына тура килә, 2‑се баҫҡыс (3—4‑се кластар) улар өсөн уҡытыусылар әҙерләй. Уҡыу программаһына урыҫ грамматикаһы, төрки теле, арифметика, геометрия, физика, механика, география, тәбиғәт белеме, урыҫ һәм дөйөм тарих, архитектура, уҡытыу методикаһы, Алла ҡануны инә. Училищела 5 уҡытыусы, ш. иҫ. С.‑Петербург уҡытыусылар семинарияһын тамамлаған 4 кеше уҡыта. Уҡыу процесында уҡытыуҙың алдынғы ысулдары ҡулланыла, класс-дәрес системаһы индерелә, һәр класты тамамлағандан һуң имтихандар үткәрелә. Т.х.у. китапхана һәм уҡыу әсбаптары кабинеты була. 1789 й. училищеға 134 кеше уҡырға инә, 1802 й. 156 кеше уҡый. 1822 й. Т.х.у. Ырымбур өйәҙ училищеһына (ҡара: Өйәҙ училищелары) үҙгәртелә.

Әҙәб.: М и р с а и т о в а С.Г. Народное образование на Южном Урале в первой половине XIX века. В 2 ч. Ч.1. Екатеринбург, 2000.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: