Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАВРИЛОВ Дмитрий Васильевич

Просмотров: 433

ГАВРИЛОВ Дмитрий Васильевич (17.2.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Озерский а., хәҙер БР‑ҙың Дыуан районы Озеро а., — 19.12.2020, Екатеринбург ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (1987), профессор (1994). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск педагогия институтын тамамлағандан һуң (1951) Свердловск өлкәһе мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1961 й. алып Шадринск педагогия институтында уҡыта, 1966 й. — Липецк педагогия институтының тарих кафедраһы мөдире, 1971 й. — Ульяновск педагогия институтының СССР тарихы кафедраһы мөдире. 1981 й. башлап Екатеринбург ҡ. эшләй: СССР ФА Урал фәнни үҙәгенең Иҡтисад институтында (өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1985 й. алып сектор мөдире), 1988 й. башлап РФА‑ның Урал бүлексәһе Тарих һәм археология институтында (сектор мөдире, 1999 й. алып баш ғилми хеҙмәткәр). Фәнни тикшеренеүҙәре Уралдың социаль-иҡтисади тарихына, 19 б. 2‑се яртыһы – 20 б. башында тау сәнәғәте һәм эшселәр синыфы үҫешенә, 19 б. – 20 б. башында Уралдың сәнәғәт үҙәктәрендә экология проблемаларына арналған. В.Н.Татищев һәм Г.В. де Геннин (1999), П.И.Рычков (2003) исемендәге премиялар лауреаты.

Хеҙм.: Рабочие Урала в период домонополистического капитализма. 1861—1900 (численность, состав, положение). М., 1985; Горнозаводский Урал ХVII—ХХ вв.: избранные труды. Екатеринбург, 2005; Металлургия Урала с древнейших времён до наших дней. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.06.2022
Связанные темы рубрикатора: