ҒАЙСИН Усман Барый улы
841
ҒАЙСИН Усман Барый улы (12.1.1954, Төрөкмән ССР‑ы Байробан а.), тарихсы. Тарих ф. д-ры (2000), проф. (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1985) 1997 й. тиклем һәм 2000 й. алып ӨДНТУ уҡытыусыһы, 2002 й. — ӨДАТУ‑ның тарих һәм культурология каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре совет дәүләтенең йәштәр сәйәсәтенә, Урал йәштәренең Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуына арналған. 50-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Х е ҙ м.: Вклад молодёжи Урала в победу в Великой Отечественной войне. Уфа, 1999.
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: