Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕРБТАР

Просмотров: 2623

ГЕРБТАР (полякса — herb, нем. erbe — мираҫ), эйәһенең тарихи традицияларын сағылдырыусы символик әһәмиәт бирелгән эмблемалар, фигуралар һәм предметтар берләшмәһе. Флагтарға, тәңкә аҡсаларға, мисәттәргә, рәсми документтарға һ.б. төшөрөлә. Дәүләт (дәүләттәр, идара иткән династиялар Г.), төбәк йәки өлкә (ҡала, губерна, өйәҙ, провинция, республика, өлкә һ.б. Г.), цех (һөнәрселек цехтары), ырыу Г. бүленә. Геральдика ҡағиҙәләренә ярашлы төҙөлә. Ҡалҡан һәм тышҡы йөҙҙән (торҡа, таж, клейнод, торҡа биҙәктәре, намет, ҡалҡан тотҡалары, девиз, мантия һ.б.) тора. Г. һүрәттәр геральдик (башлыҡ, ҡайма, квадрат һ.б.) һәм геральдик булмағандарға (хайуан, ҡош, ҡорал төрҙәре, хеҙмәт ҡоралдары, ике башлы сәмреғош, аждаһа һ.б.) бүленә. Г. һүрәттәр металдан (алтын, көмөш), эмалдәрҙән (төп төҫтәр ҡыҙыл, зәңгәр, күк, йәшел, ҡуйы ҡыҙыл, шәмәхә, ҡара) эшләнә, ш. уҡ ҡиммәтле тиреләр м‑н биҙәлә. Башҡорттарҙа ырыу‑ҡәбилә билдәләре системаһы — тамғалар — киң таралған була. Уларҙан кешенең ҡайһы ғаиләгә, ырыу бүленешенә, ырыуға, ҡәбиләгә ҡарағанлығын белеп булған. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Рәсәй империяһының дәүләт символдарын һәм атрибуттарын ҡулланыу  башлана; төбәк  Г. иң киң таралыу таба. Өфөнөң 17 б. 50-се йй. алып билдәле булған, Өфө приказ йорто мисәтенә төшөрөлгән беренсе Г. йүгереп барған һыуһар һәм өҫтәрәк стилләштерелгән үҫемлек һүрәтләнгән (һыуһар киң таралған һунар кейеге, Өфө сауҙагәрҙәренең төп тауары булған). 1725 й. Рәсәй ҡалаларының Г. тәртипкә һалыу б‑са эш алып барылған Герольдияға Өфө Г. ике варианты тәҡдим ителә: 1‑сеһендә — көмөш фонда йүгереп барған зәңгәр һыуһар, 2‑сеһендә алтын фонда ҡыҙыл майҙан буйлап юртып барған аҡ ат төшөрөлгән була. 1730 й. һуңғы варианты раҫлана, ләкин уның м‑н бер рәттән элекке Г. файҙаланыу ҙа дауам итә. 1781 й. Өфө наместниклығы ойошторолғанда, һыуһар төшөрөлгән Өфө Г. кире ҡайтарыла. 18 б. 30‑сы йй. башында раҫланған Ырымбур Г. бер үк ваҡытта Ырымбур губернаһының да Г. булып тора: алтын төҫлө фонды бормалы зәңгәр төҫтәге һыҙат (Урал й. символы) бүлеп үтә; уның өҫкө өлөшөндә — өс алтын таж кейгән ике башлы император сәмреғошо, түбәнге өлөшөндә зәңгәр төҫтәге Андрей тәреһе (ҡаланың дәүләткә тоғролоғо билдәһе) төшөрөлгән. 1782 й. Өфө наместниклығындағы өйәҙ ҡалаларының Г. булдырыла. Һәр ҡала Г. ҡалҡанының өҫкө өлөшөндә (Ырымбурҙан башҡа) һыуһар (наместниклыҡ үҙәге булған Өфө символы) төшөрөлә, аҫҡы өлөшөндә ҡаланың тирә‑яғында тереклек иткән йыртҡыс хайуандар, ҡоштар, балыҡтар, ш. уҡ уларҙа йәшәүселәрҙең традицион кәсептәрен характерлаған предметтар һүрәтләнә. Мәҫ., Бөрө Г. — турғай, Бөгөлмә Г. — бағыр, Боғорослан Г. — ҡара һарыҡ, Верхнеурал Г. — аҫ, Минзәлә Г. — осоп барған алтын шоңҡар, Сергиевск Г. — төлкө, Стәрлетамаҡ Г. — йөҙөп йөрөгән көмөш өс ҡаҙ, Бәләбәй Г. әүернә рәүешле һалынған уҡтары м‑н ике һаҙаҡ төшөрөлгән. 1737 й. Исәт провинцияһының Г. раҫлана: ҡалҡан уртаһына аҡ таш стена (төбәктә ҡәлғәләр төҙөү ярҙамында дәүләт власын урынлаштырыу символы) һәм уның фонында бәйләп ҡуйылған ике үркәсле дөйә (урындағы халыҡтарҙы буйһондороу символы) төшөрөлгән; ҡалҡандың юғары осона кенәз бүреге урынлаштырылған, ситтәре хәрби атрибутика (шпага, ҡылыс, байраҡ) м‑н уратып алынған. 1782 й. Силәбе Г. ҡабул ителә, уның нигеҙенә Исәт провинцияһының Г. һалынған була: ҡалҡандың өҫкө өлөшөндә — һыуһар (аҙаҡтан ике башлы сәмреғош), аҫҡы яғына артмаҡланған дөйә (сауҙа үҫеү символы) төшөрөлгән. 1839 й. Өфө Г. өҫкө өлөшөнә ике башлы сәмреғош һүрәте өҫтәлә. 1878 й. Өфө һәм Өфө губернаһының яңы Г. раҫлана,  ул элеккеһенән һыуһарҙың күҙен, телен төшөрөү өсөн ҡыҙыл төҫ өҫтәү, император тажы кейҙерелгән һәм алтын төҫтәге имән япраҡтары, ш. уҡ Андрей таҫмаһы уратып алған ҡалҡан м‑н айырылып торған. 1867 й. Ырымбур губ. яңы Г. раҫлана: ҡалҡандың өҫкө өлөшөндә — көмөш фонда зәңгәр һыуһар, аҫҡы өлөшөндә ҡыҙыл фонда ике башлы император сәмреғошо м‑н биҙәлгән бер‑береһе м‑н киҫешкән алтын төҫтәге ике байраҡ төшөрөлгән; ҡалҡандың өҫкө осона император тажы ҡуйылған, ситтәре имән япраҡтары һәм Андрей таҫмаһы м‑н уратылған. Өфө, Ырымбур губернаһының күп кенә дворян, кенәз нәҫелдәренең Герольдияға теркәлгән нәҫел Г. була. Октябрь революцияһынан һуң элекке дәүләт символикаһы юҡҡа сығарыла. 1925 й. Баш ҮБК Башҡорт республикаһының Г. раҫлай, ул РСФСР Г. “АБССР” яҙыуын өҫтәүҙән ғибәрәт булған; 1938 й. БАССР‑ҙың яңы Г. ҡабул ителә (ул да урыҫ һәм башҡ. телендә “Башҡорт АССР‑ы” һүҙҙәре өҫтәлгән РСФСР Г. ҡабатлай); 1978 й. БАССР Г. юғары өлөшөнә биш ҡырлы йондоҙ һүрәте өҫтәлә; 1990 й. “Башҡорт ССР-ы” яҙыуы барлыҡҡа килә. 1993 й. БР‑ҙың Юғары Советы тарафынан яңы дәүләт гербы раҫлана. Респ. урындағы идаралыҡ органдары тарафынан Ағиҙел (1995), Белорет (1977), Мәләүез (1988), Нефтекама (1980), Салауат (2000; 2001 й. РФ Дәүләт регистрына индерелгән), Сибай (1995), Стәрлетамаҡ (2006), Туймазы (1992), Учалы (1993), Өфө (1994)  һ.б. ҡалаларҙың Г. ҡабул ителә. БР дәүләт символикаһын барлыҡҡа килтереү һәм файҙаланыу өлкәһендә берҙәм дәүләт сәйәсәтен 1994 й. төҙөлгән БР Президенты эргәһендәге дәүләт символикаһы комиссияһы тәьмин итә. Комиссия Дәүләт регистры алып бара (ул 5 өлөштән тора: дәүләт символикаһы, терр. символика, БР муниц. ойошмаларының рәсми символдары, юридик шәхестәр символикаһы, төбәк һәм урындағы йәмәғәт берекмәләре символикаһы), ул РФ Дәүләт регистрының состав өлөшө булып тора.

Әҙәб.: Демидова Н.Ф. Старинный герб города Уфы //Из истории феодализма и капитализма в Башкирии. Уфа, 1971; шул уҡ. Отражение политики русского правительства в Башкирии в гербах и печатях её городов XVII — XVIII вв. //Южноуральский археографический сборник. Уфа, 1973; Вып.1. Байков И.Ф. Из истории геральдики //Символы и эмблемы в истории Башкортостана: тез. докл. и сообщ. Респ. науч.‑краевед. конф. Уфа, 1996.

Р.Н.Рәхимов, Г.Т.Хөсәйенова, И.Ғ.Шәйәхмәтов

  Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: