ДӘҮЛӘТШИН Рафаэль Әхмәтгәрәй улы
ДӘҮЛӘТШИН Рафаэль Әхмәтгәрәй улы (24.12.1939, БАССР-ҙың Балаҡатай районы Түбәнге Үтәш а. — 26.10.2016, Өфө ҡ.), тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2000). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004). БДУ-ны тамамлағандан һуң (1966) Балаҡатай районының Билән, 1968 й. алып Майғаҙы урта мәктәптәре директоры, 1971—72 йй. “Яңы тормош” (“Новая жизнь”) гәзитенең (ҡара: “Новый Белокатай”) мөхәррир урынбаҫары. 1975—82 йй. һәм 1991—2005 йй. ТТӘИ‑лә (2001 й. алып төп ғилми хеҙмәткәр), 2005—11 йй. ӨДАТУ-ла эшләй. 1983—91 йй. В.И.Ленин Үҙәк музейының Өфө филиалында фән буйынса директор урынбаҫары. Фәнни тикшеренеүҙәре 20 быуатта Башҡортостанда аграр мөнәсәбәттәр һәм крәҫтиәндәр тарихына арналған.
Х е ҙ м.: “Великий перелом” и трагедия крестьянства Башкортостана. Уфа, 1993; История крестьянства Башкортостана. 1917—1940 годы. Уфа, 2001.
М.С.Ғарипов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина