Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОРОДЕЦКИЙ, Йәрмәкәй р-нындағы ауыл

Просмотров: 639

ГОРОДЕЦКИЙ, Йәрмәкәй р-нындағы ауыл, Бекетов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 30 км һәм Приют т. юл ст. Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Тарҡаҙы й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 573 кеше; 1920 – 761; 1939 – 573; 1959 – 264; 1989 – 95; 2002 – 154; 2010 – 153 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. 1-се ярт. Бәләбәй өйәҙендә нигеҙ һалына, алпауыт крәҫтиәндәре ауылы булараҡ билдәле була. 1865 й. Яңы Городецкий исеме м-н иҫәпкә алынған, 55 йортта 344 кеше йәшәгән. Игенселек, малс-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 20 б. башынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. сиркәү (1881 й. төҙөлгән), земство мәктәбе, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: