Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГӨМБӘ, Асҡын р-нындағы ауыл

Просмотров: 713

ГӨМБӘ, Асҡын р-нындағы ауыл, Ҡашҡа а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 47 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.-Көнс. табан 142 км алыҫлыҡта Төй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 477 кеше; 1920 – 605; 1939 – 542; 1959 – 400; 1989 – 223; 2002 – 188; 2010 – 141 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Балыҡсы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. билдәле. 1795 й. 17 йортта 95 кеше йәшәгән, 1865 й. 47 йортта – 267 кеше. Игенселек, малс-ҡ, умарт‑ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәктәп булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: