Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛАЛАР ФОНДЫ

Просмотров: 1201

БАЛАЛАР ФОНДЫ. Рәсәй балалар фондының Башҡ‑н респ. бүлексәһе 1988 й. Өфөлә В.И.Ленин ис. Совет Б.ф. Башҡ‑н респ. бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1992 й. алып — БР Б.ф., 2001 й. — БР Б.ф. — Рәсәй Б.ф. бүлексәһе, 2009 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Төп маҡсаттары: етем, инвалид, соц. яҡланмаған ғаиләлә үҫкән балаларҙың хоҡуғын яҡлау һәм уларға хәйриә ярҙамы күрһәтеү. Б.ф. дәүләт органдары м‑н берлектә интернат учреждениелары тәрбиәләнеүселәренә соц. ярҙам күрһәтеү б‑са “Йылы йорт”, “Алмаш ғаилә”, “Яҙмышта ҡатнашыу”, ауырыу балаларҙы дауалауҙа һәм реабилитациялауҙа ярҙам итер өсөн “Инвалид балалар”, ауыр хәлгә ҡалған ғаиләләргә — “Ашығыс социаль ярҙам”, яман шеш ауырыуҙары м‑н сирле балаларға — “Өмөт”, тыумыштан йөрәге ауырыу балаларға ярҙам итеү өсөн “Ғүмер бүләге”, “Рәшәткә артында — бала күҙҙәре”, “Балалар китапханаһы” һ.б. программаларҙы тормошҡа ашыра. Фонд хәйриә акциялары, балалар ижады фестивалдәре, конкурстары һәм күргәҙмәләре үткәрә; һәләтле балаларға исемле стипендиялар булдыра (“Йәш таланттар” программаһы). Фонд м‑н Ш.С.Сөләймәнов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Н.Ф.Федянина

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019