Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ХӘРӘКӘТЕ

Просмотров: 1426

ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ХӘРӘКӘТЕ. Башҡортостанда 20 б. башында барлыҡҡа килә. Башта ирҙәр м‑н тиң хоҡуҡлылыҡ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иҡт., хоҡуҡи һәм соц. хәлен үҙгәртеү өсөн сығыш яһай. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы (1917 й. майы) һәм 1‑се Бөтә башҡорт ҡоролтайы (1917 й. июле) ҡатын-ҡыҙҙар мәсьәләһе б‑са резолюциялар ҡабул итә, уларға ярашлы, мосолман ҡатын-ҡыҙҙары сәйәси һәм гражданлыҡ хоҡуҡтарында ирҙәр м‑н тиң, тип таныла. 1‑се Бөтә Рәсәй эшсе һәм крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙар съезында (Мәскәү, 1918 й. нояб.) Ҡ.‑ҡ.х. ойоштороу нигеҙҙәре һалына. РКП(б)‑ның үҙәк һәм урындарҙағы органдарында ҡатын-ҡыҙ бүлектәре ойошторола. Башҡортостанда улар 1919—20 йй. РКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑тында һәм һәр кантонда ойошторола. Граждандар һуғышы йылдарында ҡатын-ҡыҙ бүлектәре яралы ҡыҙылармеецтарға ярҙам ком‑ттары ойоштороуҙа, һуңыраҡ аслыҡ һәм емереклек м‑н көрәштә ҡатнаша: эвакуация пункттары, йәмәғәт ашханалары, балалар интернаттары аса, өмәләр ойоштора. Ҡатын-ҡыҙ бүлектәре респ. бөтөн ХК‑ларына үҙ вәкилдәрен индерә, советса йәшәү өлгөһөн таратыу, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ижт.-сәйәси тормошҡа йәлеп итеү, патриархаллек ҡалдыҡтарына ҡаршы көрәш, эшһеҙ ҡатын-ҡыҙҙар өсөн а.х. (“баҡсасылыҡ”) артелдәре асыу һ.б. м‑н шөғөлләнә. Үҙ эшендә ҡатын-ҡыҙ бүлектәре терр.‑производство принцибы (пр‑тиеларҙа, урындағы Советтарҙа һ.б.) б‑са ойошторолған делегат йыйылыштарына таяна.

1‑се Бөтә башҡ. эшсе һәм крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙар конф. (1920), Башҡортостан, Ҡырым, Себер, Татарстан, Төркөстан, Әзербайжан партия ком‑ттарының ҡатын-ҡыҙҙар бүлектәре вәкилдәре кәңәшмәһендә (1921) һәм Бөтә Союз ҡатын-ҡыҙ бүлектәре кәңәшмәһендә “көнсығыш милләттәре” ҡатын-ҡыҙҙары араһында эште ойоштороу мәсьәләләренә — мәҙәни кимәлде күтәреү, ижт. һәм производство эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, ашханалар, кер йыуыу йорттары, ятаҡтар ойоштороу юлы м‑н көнкүреште үҙгәртеү һ.б. — айырым иғтибар бирелә. 1926 й. нояб. БашҮБК эргәһендә мәҙәни һәм хоҡуҡи эш, “Башҡортостандың ерле милләттәре” араһында ҡатын-ҡыҙҙар наҙанлығын бөтөрөү м‑н шөғөлләнеүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшен һәм көнкүрешен яҡшыртыу б‑са комиссия ойошторола. Комиссия тарафынан Өфөлә үҙәк Хеҙмәтсән ҡатын-ҡыҙ йорто, ауылдарҙа ҡыҙыл мөйөштәр асыла. 1927 й. окт. 1‑се респ. эшсе һәм крәҫтиән ҡатын-ҡыҙҙар съезы үтә, унда 179 ҡатын-ҡыҙ (29 эшсе, 107 крәҫтиән, ш. иҫ. 16 батрак; 39 хеҙм‑р, 4 хужабикә) ҡатнаша. 1929 й. ҡатын-ҡыҙ бүлектәре бөтөрөлә, уларҙың функцияларын дөйөм партия эше тәртибендә партия ойошмалары үтәй башлай. Коллективлаштырыу ауылда ҡатын-ҡыҙ хәрәкәтенең күтәрелеүенә килтерә. Колхозсы ҡатын-ҡыҙҙарҙың делегат йыйылыштары ойошторола, ҡатын-ҡыҙҙарҙың производство кәңәшмәләре һ.б. үткәрелә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу м‑н Ҡ.‑ҡ.х. айырыуса әүҙемләшә. Һуғыш йылдарында респ. ҡатын-ҡыҙҙары халыҡ хужалығында фронтҡа киткән ирҙәрҙе алмаштыра. 1940—44 йй. сәнәғәттә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар һаны 37,9 меңдән 59 меңгә етә. Республиканың 120 хеҙмәтсән ҡатын-ҡыҙы хеҙмәт батырлығы өсөн СССР ордендары, шуларҙың 38‑е Ленин орд. м‑н бүләкләнә. ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ойошмаһы тарафынан 3745 ҡыҙ үҙ теләге м‑н фронтҡа ебәрелә. Ҡатын‑ҡыҙҙарҙың хоҡуҡи хәленең үҙгәреүе, мәҙәни кимәленең күтәрелеүе, ижт.-сәйәси эшмәкәрлеккә йәлеп ителеүенә бәйле Ҡ.‑ҡ.х. маҡсаттары һәм бурыстары тотош совет йәмғиәтенең маҡсаттары һәм бурыстарынан айырылғыһыҙға әйләнә. Ҡатын-ҡыҙҙар дәүләт власы органдарында яуаплы постар биләгән (М.З.Мәүлитова, М.Н.Сәхәүетдинова һ.б.). 1960 й., 1968 й., 1972 й. а.х. һәм сәнәғәт өлкәһендә эшләгән алдынғы ҡатын-ҡыҙҙарҙың респ. съездары үтә. 1941 й. уҡ СССР‑ҙа тыныслыҡ һәм халыҡтар именлеге өсөн көрәшеү маҡсатында Совет ҡатын-ҡыҙҙарының антифашистик ком‑ты ойошторола (1956 й. алып Совет ҡатын-ҡыҙҙары ком‑ты, 1991 й. — Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзы). Башҡортостанда Ком‑т бүлексәләре, нигеҙҙә, йәшәү урыны б‑са ойошторола; 1950‑се йй. аҙ. — 60‑сы йй. башында улар ҡатын-ҡыҙҙар советына үҙгәртелә. 1961 й. БАССР ЮС‑ы Президиумы тарафынан “Ҡатын-ҡыҙҙар советы тураһында положение” ҡабул ителә. БАССР‑ҙың ҡала һәм район ҡатын-ҡыҙ советтары эшмәкәрлеген координациялау маҡсатында 1971 й. окт. дөйөм етәксе орган — Республика ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторола (42 кеше; рәйесе — М.Х.Хәйруллина). 1987 й. Башҡ‑н респ. ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы (ҡара: Ҡатын-ҡыҙҙар союзы) ойошторола. 1962 й. республикала 1148, 1980‑се йй. башында 2066, 1991 й. 3700, 2004 й. 2100 -гә яҡын ҡатын-ҡыҙҙар советы эшләй. Ҡатын-ҡыҙ советтары республиканың ижт. һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша, ҡатын-ҡыҙҙар, ғаилә, балалар хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән закон акттары, республика маҡсатлы программалары эшләүҙә дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары м‑н хеҙмәттәшлек итә; эшһеҙ ҡатын-ҡыҙҙарға консультация бирә, уларға эшкә урынлашыуға, ҡатын-ҡыҙҙарҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итә. Күп балалы һәм йәш ғаиләләргә, яңғыҙ әсәләргә, өлкән йәштәге ветерандарға, ғәҙәттән тыш хәлгә тарыған ғаиләләргә хәстәрлек күрһәтелә. Ҡатын-ҡыҙҙар советтары балалар йорттарына, ауыр холоҡло үҫмерҙәргә, имен булмаған ғаиләләргә шефлыҡ итә, “Үҙең аяҡҡа баҫһаң — әхирәтеңә ярҙам ит”, “Бөйөк Ватан һуғышының тол ҡатындары”, “Өлкәндәр”, “Бурыс”, “Хәстәрлек”, “Әйберҙәргә — икенсе ғүмер”, “Ҡулымдан килә” һ.б. хәйриә акциялары үткәрә.

90‑сы йй. башынан респ. Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы, “Аҡ ҡалпаҡ” татар ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте, фронтташ әхирәттәр клубтары, “Рената” инвалид ҡатын-ҡыҙҙар, “Әсәләр наркотиктарға ҡаршы” Өфө ҡала йәмәғәт ойошмалары һ.б. эшләй.

Әҙәб.: Сулейманова Р.Н. Женщины Башкортостана: социальный облик (конец 50-х — начало 90-х годов). Уфа, 1998; Женское движение в Башкортостане. 1900—1941: сб. док. и материалов. Уфа, 2008; Женское движение в Башкортостане. 1941—2000: сб. док. и материалов. Уфа, 2009.

Р.А.Федько, Г.А.Шенбергер

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019