Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨТӘ РӘСӘЙ ОЙОШТОРОУ ЙЫЙЫЛЫШЫ

Просмотров: 1247

БӨТӘ РӘСӘЙ ОЙОШТОРОУ ЙЫЙЫЛЫШЫ, идара итеү формаһын билдәләү һәм конституция әҙерләү өсөн дөйөм һайлау хоҡуғы нигеҙендә ойошторолған вәкәләтле учреждение. Һайлауҙар 1917 й. нояб. — 1918 й. башында Ойоштороу йыйылышына һайлауҙар т‑да положениеға (1917 й. 20 июлендә Ваҡытлы хөкүмәт ҡабул итә; 27 окт. һайлауҙар үткәреү ваҡытын Рәсәй респ. ХКС‑ы раҫлай) ярашлы үткәрелә. Һайлауҙарҙа һайлаусыларҙың 60%‑тан ашыуы ҡатнаша. Һайланған 715 депутаттың яҡынса 59%‑ын эсерҙар, 25%‑ын большевиктар, 5%‑ын кадеттар, яҡынса 3%‑ын меньшевиктар тәшкил итә. Өфө һәм Ырымбур һайлау округтарында һайлауҙар ярашлы рәүештә 1917 й. 12—14 һәм 26—28 нояб. үтә. Өфө һайлау округында 13 депутат һайлана: А.И.Бриллиантов, Н.К.Осинцев, В.Е.Трутовский, В.А.Филатов, И.З.Штейнберг (Социал-революционерҙар партияһы һәм Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы; тауыштарҙың 34%‑ы), Ғ.Ғ.Ибраһимов, Ғ.В.Ильясов, Ә.М.Мөхәмәтдинов, Ш.Сөнчәләй һәм М.Ғ.Әхмәров (Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы, Өфө губерна мосолман милли советының һул фракцияһы, татар социал-революционерҙарҙың Өфө губерна ойошмаһы һәм Өфө мосолман хәрби шураһы; 32%), Ә.Ә.Вәлидов һәм Ғ.Ғ.Ҡыуатов [Башҡорт мәркәз шураһының Өфө губерна секретариаты (федералист башҡорттар); 14%], Ғ.Х.Тереғолов (Өфө губерна мосолман милли советы; 9%). Ырымбур һайлау округында 11 депутат һайлана: Ғ.Ғ.Боғҙанов, А.И.Дутов, А.И.Кривощёков һәм В.А.Матушкин (Ырымбур казак ғәскәре; тауыштарҙың 31%‑ы), А.А.Коростелёв, С.М.Цвиллинг һәм С.Е.Чуцкаев [РСДРП(б); 24%], Ш.Ә.Манатов һәм Ғ.Р.Фәхретдинов [Башҡ. мәркәз шураһы (федералист башҡорттар); 18%], М.Х.Поляков һәм И.С.Сорокин (социал-революционерҙарҙың Ырымбур губерна съезы һәм Ырымбур губерна крәҫтиән депутаттары съезы; 16%). Б.Р.О.й. ултырышы 1918 й. 5—6 ғин. Петроградта Таврия һарайында үтә; 410 депутат (ш. иҫ. Бриллиантов, Ибраһимов, Ильясов, Манатов, Сөнчәләй, Трутовский һәм Штейнберг) ҡатнаша. Ултырышта ҡатнашыусыларҙың күпселеге Эшсе һәм һалдат депутаттары советының 2‑се Бөтә Рәсәй съезы декреттарын һәм хеҙмәтсән һәм эксплуатацияланыусы халыҡ хоҡуҡтары декларацияһын таныуҙан баш тартҡандан һуң һул эсерҙар һ.б. ҡайһы бер партия вәкилдәре Йыйылышты ташлап сыға. Ҡалған депутаттар Ер т‑да законды тикшерә һәм уның бер нисә пунктын (ергә хосусимилекте бөтөрөү), Союздаш державаларға мөрәжәғәт (Беренсе донъя һуғышын туҡтатыу һәм тыныслыҡ т‑да һөйләшеүҙәр башлау т‑да тәҡдим) һәм Рәсәйҙең дәүләт төҙөлөшө т‑да ҡарар (Рәсәй Демократик Федератив Респ. иғлан итеү) ҡабул итә. Ғин. 6‑һынан 7‑һенә ҡараған төндә Бөтә Рәсәй ҮБКБ.Р.О.й. таратыу т‑да декрет ҡабул итә, уны Эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары советының 3‑сө Бөтә Рәсәй съезы хуплай. 1918 й. 8 июнендә Һамар ҡалаһында Б.Р.О.й. депутаттарының бер өлөшө Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитетын ойоштора һәм үҙенә ваҡытлыса Рәсәй хөкүмәте функцияларын алыуы т‑да белдерә. Б.Р.О.й. депутаттары Өфө дәүләт кәңәшмәһендә ҡатнашыуҙарының яҡынса 2/ 3 өлөшөн тәшкил итә.

Әҙәб.: Всероссийское Учредительное собрание. М.; Л., 1930; Российское законодательство X—XX вв. Т.9. М., 1994; Мордвинцев Г.В. Выборы в Учредительное собрание в России и Башкирии в 1917 году. Уфа, 1995.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019