Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӨТӘ СОЮЗ ЛЕНИНСЫ КОММУНИСТИК ЙӘШТӘР СОЮЗЫ

Просмотров: 1244

БӨТӘ СОЮЗ ЛЕНИНСЫ КОММУНИСТИК ЙӘШТӘР СОЮЗЫ, комсомол, Советтар Союзы Коммунистар партияһы резервы булараҡ эш иткән ижт.‑сәйәси йәштәр ойошмаһы. 1918 й. 29 окт. Мәскәүҙә 1‑се Бөтә Рәсәй эшсе һәм крәҫтиән йәштәре союздары съезында Рәсәй коммунистик йәштәр союзы (РКСМ) булараҡ ойошторола; 1924 й. алып Рәсәй Ленинсы коммунистик йәштәр союзы (РЛКСМ), 1926 й. — ВЛКСМ. ВЛКСМ-дың юғары етәксе органы ВЛКСМ‑дың Бөтә Союз съезы, съездар араһында ВЛКСМ ҮК (Мәскәү) була. 1991 й. сент. ВЛКСМ-дың 22‑се ғәҙәттән тыш съезында үҙ теләге м‑н таратыла. 1920 й. 18 окт. Стәрлетамаҡ ҡ. РКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ойошмаһы ойошторола. 1922 й. уға РКСМ-дың бөтөрөлгән Өфө губерна ойошмаһы (1919—22) ағзалары инә. ВЛКСМ-дың Башҡ‑н өлкә ойошмаһы составында Башҡ‑н өлкә ком‑ты (Стәрлетамаҡта, 1922 й. алып Өфөлә урынлашҡан), ҡала һәм район (1930 й. тиклем кантон) ком‑ттары, учреждение һәм пред‑приятиеларҙың ВЛКСМ тәүге комсомол ойошмалары була. 1923 й. ҡаратаунда 3,2 мең кеше, 1990 й. — 700 меңдән ашыу комсомол иҫәпләнә. Башҡортостан комсомолдары Граждандар һуғышында (яҡынса 1 мең кеше), 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында (яҡынса 3 мең кеше), Бөйөк Ватан һуғышында (120 меңдән ашыу кеше) һәм локаль һуғыштарҙа ҡатнаша. 1943 й. ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ойошмаһы йыйған аҡсаға “Башҡортостан комсомолы” эскадрильяһы төҙөлә һәм РККА‑ға тапшырыла. ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ойошмаһы СССР‑ҙа һәм СССР м‑н дуҫ илдәрҙә мәҙәни һәм иҡт. проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә (халыҡ наҙанлығын бөтөрөү, муз. ансамблдәр, студиялар, театрҙар эшмәкәрлеге һ.б.; коллективлаштырыу, индустриялаштырыу, сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, халыҡ хужалығы объекттарын төҙөү һ.б.). 50‑се йй.аҙ. комсомол респ. нефтехимия сәнәғәте төҙөлөшөн (уларҙың ҡайһы берҙәре удар комсомол төҙөлөшө тип иғлан ителә); ауылды электрлаштырыу бурысын үтәп, ауыл электростанциялары төҙөлөшөн шефлыҡҡа ала. Башҡортостандың йөҙәрләгән комсомолы Советтар Союзы Геройы һәм Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була, Дан ордены (ҡара: Дан орденының тулы кавалерҙары) һ.б. орд. м‑н бүләкләнә, премия (ш. иҫ. Ленин комсомолы премияһы һәм Ғ.Сәләмис. Башҡортостан комсомолы премияһы) лауреаттары була. 1924 й. ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ойошмаһы етәкс. Башҡ‑н пионер ойошмаһы (ҡара: Балалар ойошмалары) төҙөлә.

70—80‑се йй. комсомол производствоны техник йәһәттән ҡайтанан ҡоралландырыу эшен етәкләй (йәш рационализаторҙар, уйлап табыусыларҙың һөнәри оҫталығы конкурстары үткәрелә). 1990 й. 20 окт. ВЛКСМ‑дың 37‑се Башҡ‑н өлкә конф. ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ойошмаһы Башҡортостан демократик йәштәр союзы тип (ВЛКСМ составында) үҙгәртелә.

РКСМ-дың Өфө губерна съездары: 1‑се һәм 2‑се (икеһе лә — 1919), 3‑сөһәм 4‑се ғәҙәттән тыш (икеһе лә —1920), 5‑се һәм 6‑сы (икеһе лә —1921), 7‑се (1922; бөтәһе лә — Өфөлә); РКСМ, РЛКСМ, ВЛКСМ‑дың Бөтә башҡ. съездары: 1‑се (Стәрлетамаҡ, 1920), 2‑се берләштерелгән (1922),3‑сө (1924), 4‑се (1925), 5‑се (1926), 6‑сы (1927), 7‑се (1928), 8‑се (1929); ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә конф.: 9‑сы (1930), 10‑сы (1932), 11‑се (1936), 12‑се (1938), 13‑сө (1939), 14‑се (1940), 15‑се (1944), 16‑сы (1947), 17‑се (1949), 18‑се (1951), 19‑сы (1953), 20‑се (1954), 21‑се (1955), 22‑се (1958), 23‑сө (1960), 24‑се (1962), 25‑се (1964), 26‑сы (1966), 27‑се (1968), 28‑се (1970), 29‑сы (1972), 30‑сы (1974), 31‑се (1975), 32‑се (1978), 33‑сө (1979), 34‑се (1982), 35‑се (1985), 36‑сы (1987), 37‑се (1990; бөтәһе лә —Өфөлә).

РКСМ‑дың Өфө губерна ойошмаһының баҫма органдары —“Йәштәр донъяһы” (1920 й. тиклем “Йәш көч” (“Йәш көс”), 1921 й. —“Йәш коммунист”; 1919—22) һәм “Юношеская правда” (“Йәштәр дөрөҫлөгө”, 1920—22; бөтәһе лә — Өфө) гәз.; Башҡ‑н өлкә комсомол ойошмаһының баҫма органдары — “Йәш йөрәк” (Стәрлетамаҡ, 1921—22), “Йәш коммунар” (1930 й. тиклем “Йәш юҡсыл”;1923—41), “Ленинсы” (1930 й. тиклем “Башҡортостан йәштәре”; 1925—41 йй. һәм 1951—96 йй.), “Комсомолия”(1925—26), “Комсомолец Башкирии” (“Башҡортостан комсомолы”, 1934—41) һәм “Ленинец” (1951—96) гәз., “Свет” (“Яҡтылыҡ”) ж. (1922—24; бөтәһе лә — Өфө). РКСМ‑дың Өфө губерна ком‑ты рәйестәре, 1920 й. алып яуаплы секретарҙары: Н.А.Коврайская (1919 й. авг.—окт.), Ю.Файвилевич (1919—20), Ш.Ғ.Уразаев (1920—21), А.П.Чиглинцев (1921—22), Л.Рубинштейн (1922); РКСМ, РЛКСМ һәм ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑тының яуаплы, 1931 й. башлап 1‑се секретарҙары: Н.Ғиззәтуллин (1920 й. апр.—авг.), Н.Н.Йәмәлетдинов (1920—21), Ғәббәс Х.Ғәлин (1921—22), Ғ.А.Ҡушаев (1922 й. март—июле), Н.Ф.Алышев (1922—23), Чиглинцев (1923—25), Ғүмәр Х.Ғәлин (1925—27), М.Ш.Бикбулатов (1927—29), Ә.М.Хәҙисов (1929—31), Ш.Т.Тимерғәлина (1931—36), Й.Ғ.Әхмәров (1936—37), С.И.Коростелин (1937—38), Б.С.Манаков (1938), Ә.Ғ.Абдуллин (1938—40), В.Ғ.Нәбиуллин (1940—43), Ф.Х.Мостафина (1943—44), В.И.Клюкин (1944), Т.Ш.Саяпов (1944—51), З.Ш.Аҡназаров (1951—54), Р.Һ.Миһранов (1954—60), К.Ғ.Төхвәтуллина (1960—63), И.Ғ.Сөләймәнов (1963—66), Ю.Д.Поройков (1966—68), А.Б.Ярлыҡапов (1968—72), Ю.А.Маслобоев (1972—78), Н.Т.Бәхтизин (1978—81), А.А.Авдеев (1981—85), С.Н.Епифанцев (1985—87), Р.М.Сафуанов (1987—90), А.Л.Мифтахов (1990—91).

Әҙәб.: Саяпов Т.Ш. Ленинский комсомол Башкирии: ист. очерк. 2‑е изд., испр. и доп. Уфа, 1978; Главное, ребята, сердцем не стареть. Уфа, 2005; Молодёжное движение в Башкортостане. XX век. Уфа, 2005.

Ә.Ә.Әхмәҙиев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019