Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕГОРЫШЕВ Сергей Васильевич

Просмотров: 1577

ЕГОРЫШЕВ Сергей Васильевич (4.1.1956, Өфө ҡ.), социолог. Социология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006), РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) БДПИ-ла эшләй. 1988 й. алып ӨЮИ-ның социаль-гуманитар дисциплиналар кафедраһы начальнигы, 2000 й. — начальник урынбаҫары; 2002 й. — Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһы проректоры; 2020 й. башлап БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Кеше капиталының социаль үҫешен һәм формалашыуын тикшереү үҙәгендә баш ғилми хеҙмәткәр, начальник. Фәнни тикшеренеүҙәре хоҡуҡ социологияһы проблемаларына, эске эштәр һәм юстиция органдары эшмәкәрлегенең социаль аспекттарына, девиант тәртип һәм йәмәғәтселек фекере социологияһына арналған. БР Социологтары ассоциацияһы президенты (2011 й. алып). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1983). Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2016).

Хеҙм.: Проблемы совершенствования деятельности органов внутренних дел в условиях перехода России к рыночным отношениям. Уфа, 1997; Общественное мнение в управлении органами внутренних дел. Уфа, 2008 (авторҙ.); Социальное благополучие населения (по результатам социологического мониторинга общественного мнения жителя г.Уфы). Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.06.2022
Связанные темы рубрикатора: