Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИТОВ Октябрь Кәли улы

Просмотров: 1564

ВӘЛИТОВ Октябрь Кәли улы [25.10.1934, БАССР‑ҙың Мораҡ районы Күгәрсен а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы)], философ, журналист. Тарих фәндәре кандидаты (1969), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2004), БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2009). Журналистар союзы ағзаһы (1959). БДУ‑ны (1962), КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен (Мәскәү ҡ., 1968) тамамлаған. 1962 й. алып ВЛКСМ‑дың Башҡортостан өлкә комитетында, 1968 й. — КПСС‑тың Башҡортостан өлкә комитетында эшләй, 1980 й. — БАССР МС эргәһендәге Матбуғатта дәүләт серҙәрен һаҡлау идаралығы, 1992 й. — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары иркен һаҡлау буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы. 1996 й. башлап БДУ‑ла эшләй: редакция‑нәшриәт үҙәге директоры, бер үк ваҡытта уҡыта, 2000 й. — Нефтекама филиалы директоры, 2015—19 йй. директор кәңәшсеһе. Фәнни тикшеренеүҙәре киң мәғлүмәт сараларының хоҡуҡи һәм социаль‑философик мәсьәләләренә арналған. З.Биишева исемендәге премия лауреаты (2008). “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнгән (2009).

  Х е ҙ м.: Информация в жизни общества. Уфа, 1996; Правовое регулирование свободы средств массовой информации. Уфа, 1999; Социально‑философский анализ проблемы свободы средств массовой информации (СМИ) в современных условиях. Уфа, 2009.

Д.Ә.Нуриев

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.12.2022
Связанные темы рубрикатора: