Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВИЛДАНОВ Хәниф Сәлим улы

Просмотров: 1983

ВИЛДАНОВ Хәниф Сәлим улы (23.3.1970, БАССР‑ҙың Учалы районы Илсе а.), философ. Философия фәндәре докторы (2010). У.С.Вилдановтың ҡустыһы. БДПИ‑ны тамамлаған (1997). 1994—99 йй. Илсе урта мәктәбендә (1995 й. алып тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары) эшләй. 2001 й. башлап БДУ‑ның Сибай институтында: 2002 й. — тарих‑филология факультеты деканы урынбаҫары, 2007—09 йй. — яңы һәм өр‑яңы тарих кафедраһы мөдире. 2010 й. алып ӨДИСУ‑ның милли мәҙәниәттәр кафедраһы мөдире, 2015 й. башлап ӨДНТУ‑ла (2016—21 йй. философия, тарих һәм социаль инжиниринг кафедраһы мөдире). Фәнни хеҙмәттәре аксиология, гносеология, онтология, социаль‑мәҙәни эшмәкәрлек мәсьәләләренә һ.б. арналған.

  Х е ҙ м.: Гносеологический анализ ценностей и ценностных ориентаций. М., 2008 (авторҙ.); Аксиологическая эпистемология. Уфа, 2009; Смысл жизни человека: гносеологический анализ. Уфа, 2012 (авторҙ.).

 Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.01.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: