Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРИГОРЬЕВ Василий Васильевич

Просмотров: 605

ГРИГОРЬЕВ Василий Васильевич (15.3.1816, С.-Петербург – 19.12.1881, шунда уҡ), шәрҡиәтсе, тарихсы. Император С.‑Петербург ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1853), көнсығыш телдәре һәм әҙәбиәте д‑ры (1863). Действительный статский советник (1853). 1853 й. Коканд походында ҡатнашыусы. С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (1834). 1834 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1838 й.) алып Ришелье лицейында (Одесса ҡ.) көнсығыш телдәре проф., 1844 й. – ЭЭМ‑дың Сит диндәр эштәре департаменты хеҙм‑ре, 1851 й. – Ырымбур ген.-губернаторы В.А.Перовский эргәһендә махсус эштәр б‑са чиновник, 1854 й. — Ырымбур сик буйы комиссияһы рәйесе. 1863 й. башлап С.‑Петербург ун‑тының Көнсығыш тарихы каф. мөдире, 1873—78 йй. көнсығыш телдәре ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1869—70 йй. “Правительственный вестник” (“Хөкүмәт хәбәрҙәре”) гәз. баш мөхәррире, 1875 й. алып ЭЭМ‑дың Матбуғат эштәре б‑са баш идаралығы начальнигы. 1880 й. башлап отставкала. Шәрҡиәт (башлыса Урта Азия тарихын өйрәнә), сығанаҡтар өйрәнеү, нумизматика һ.б. м‑н шөғөлләнә. Ырымбур крайында башҡорттар, ҡаҙаҡтар, татарҙар һ.б. халыҡтар, Ырымбур һәм Урал казак ҡатламы т‑да материалдар йыя, төрки телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе өйрәнә. 200‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 3‑сө Халыҡ-ара шәрҡиәтселәр конгресы рәйесе (С.‑Петербург, 1876).

Хеҙм.: Илецкие соляные копи //Журнал Министерства внутренних дел. СПб., 1853. №1; О скифском народе саках: историческая монография //Труды Восточного отделения Археологического общества. 1871. Т.16; Россия и Азия: сборник исследований и статей по истории, этнографии и географии. СПб., 1876.

Әҙәб.: Веселовский Н.И. Василий Васильевич Григорьев по его письмам и трудам. 1816—1881. СПб., 1887; Найт Н. О русском ориентализме: ответ Адибу Халиду //Российская империя в зарубежной историографии. Работы последних лет. М., 2005; Knight N. Grigor,ev in Orenburg: Russian Orientalism in the Service of Empire //Slavic Review. 2000. Vol.59. №1.

Ю.С.Зобов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019