Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕЛӘН

Просмотров: 1515

ЕЛӘН, башҡорттарҙың традицион кейеме, оҙон итәкле, эслек ҡуйып тегелгән еңле өҫ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр (тура билле) һәм ҡатын-ҡыҙ (билле, киң итәкле) еләне булған. Ирҙәр Е. ҡара төҫтәге кизе-мамыҡ, һирәгерәк бәрхәт, ебәк, аҡ атластан теккәндәр; итәк, салғый, ең ситтәрен ҡыҙыл буҫтау м‑н ҡаймалағандар, аппликация, сигеү, уҡа м‑н биҙәгәндәр. Башлыса төймәһен элмәйенсә, һирәкләп билбау (ҡара: Ҡәмәр) бәйләп бишмәт, кәзәкей өҫтөнән кейгәндәр. Ҡатын‑ҡыҙҙыҡын төҫлө бәрхәт, ҡара сатин, ебәктән теккәндәр. Итәк, салғый, ең ситтәрен, уҡалар м‑н аралаштырып, төрлө төҫтәге (ҡыҙыл, йәшел, күк) буҫтау м‑н биҙәгәндәр. Башҡортостандың көньяҡ‑көнсығышында Е. — аппликация, сигеү, мәрйен, тәңкә, яурындарына өс мөйөшлө туҡыма киҫәктәре (яурынсалар) тегеп; көньяҡ-көнбайышта тәңкә һәм уҡалар м‑н (арҡаның өҫкө яғын һәм билде) матурлағандар. Элмәйенсә йәки ҡаптырмаға элеп, бишмәт, кәзәкей, камзул, күлдәк өҫтөнән кейгәндәр. Е. байрам (туй) кейеме булып иҫәпләнгән, ҡалым составына ингән. 20 б. уртаһына тиклем Башҡортостандың төньяҡ‑көнсығыш, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ‑көнбайыш һәм үҙәк өлөшөндә таралған. Мари, татар, сыуаштарҙа киң таралыу алған.

С.Н.Шитова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019