ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Наил Мырҙахан улы
ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Наил Мырҙахан улы [4.5.1953, БАССР-ҙың Боҙаяҙ районы Исмәғил а. (БР-ҙың Ауырғазы районы)], инженер-механик. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2009), профессор (2011). БР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2013). БАХИ-ны (1981), Свердловск Юғары партия мәктәбен (1990) тамамлаған. 1975 й. алып Ауырғазы районында: инженер-технолог, мотор цехы начальнигы, 1980 й. — партком секретары, 1981 й. — ауыл хужалығын производство-техник тәьмин итеү буйынса район ПБ-ның директор урынбаҫары. 1981 й. сентябренән Бүздәк районында: ауыл хужалығын производство-техник тәьмин итеү буйынса район ПБ идарасыһы, 1986 й. — район агросәнәғәт берекмәһенең механизациялау һәм электрлаштырыу буйынса рәйесенең 1-се урынбаҫары, бер үк ваҡытта Ремонт-техника предприятиеһы директоры. 1991 й. алып БР-ҙың матди ресурстар һәм төбәк-ара бәйләнештәр министры урынбаҫары; 1997 й. — склад комплексы хеҙмәте начальнигы, бер үк ваҡытта 2001 й. башлап “Башсельхозтехника” ДУАХП‑ның генераль директор урынбаҫары. 2003 й. алып БДАУ-ҙа эшләй: декан урынбаҫары, 2004—18 йй. аҙыҡ‑түлек технологиялары факультеты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре экологик хәүефһеҙлек, хеҙмәтте һаҡлау һ.б. мәсьәләләргә арналған. Ғ. эске яныулы двигателдәрҙә картер газдарын таҙартыу ысулын камиллаштырған.
Хеҙм.: Экономия, экология и безопасность при работе с нефтепродуктами. М., 2006 (авторҙ.); Технология использования семей пчёл для опыления цветков огурца в защищённом грунте. М., 2008 (авторҙ.); Безопасность жизнедеятельности. Уфа, 2013.
Тәрж. Г.А.Миһранова