Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘКӘН СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

Просмотров: 1165

ДӘҮЛӘКӘН СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ, Башҡортостандың Урал алды дала зонаһы шарттарында үҫтереү өсөн иген культураларының, ҡуҙаҡлы иген культураларының һәм мал аҙығы культураларының сорттарын һынау, сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1937 й. ойошторола. Дәүләкән р‑ны Искәндәр а. урынлашҡан. Сорт агротехникаһы б‑са тәжрибәләр үткәрә, Дәүләт селекция ҡаҙаныштары реестрына һәм БР‑ҙа ҡулланылышҡа индерелгән сорттарҙың орлоҡтарын етештерә. Һөрөнтө ерҙәренең майҙаны — 291 га (2009). Д.с.һ.у. тәҡдиме б‑са Дәүләт реестрына йомшаҡ яҙғы бойҙайҙың — Башкирская 28, Боевчанка, Ватан, Омская 35, Омская 36, Радуга, Салават Юлаев, Тулайковская золотистая, Тулайковская 10, Экада 70; ҡаты яҙғы бойҙайҙың — Башкирская 27, Безенчукская 200, Марина; арпаның — Белгородский 100, Т 12, Челябинский 99; һолоноң — Конкур, Стригунок; борсаҡтың — Агроинтел, Аксайский усатый 55, Чишминский 95; ҡарабойҙайҙың — Агидель, Илишевская, Светлана; тарының — Быстрое, Казанское кормовое; көнбағыштың — Иртыш, Посейдон 625; ноҡот борсағының — Заволжский, Приво 1; люцернаның — Бибинур, Чишминская 131; көнсығыш кәзә үләненең Гале сорттары һ.б индерелгән. 2005—09 йй. Д.с.һ.у. иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларының уртаса уңдырышлылығы 19 ц/га тәшкил иткән.

И.П.Леонтьев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: