ҒИЛМАНОВА Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы
ҒИЛМАНОВА Рәсимә Хәмбәл ҡыҙы (3.1.1963, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны Шырлыҡ а.), географ, геоморфолог. Техник ф. д‑ры (2006), проф. (2010). БДУ‑ны тамамлаған (1986). 1980 й. алып Башҡ‑н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында, 1986 й. башлап “Нефтеотдача” ҒТИ‑нда эшләй. 1991 й. алып “Нефтегазтехнология” ҒПБ‑нда (бөтәһе лә — Өфө): төп геолог, 1997 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 2000 й. — баш технолог, 2003 й. — дир. урынбаҫары, 2015 й. алып директор. Фәнни-производство эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә һәм файҙаланыуға бәйле. Ғ. ҡатнашлығында күп ҡатламлы ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙең геотехнологик нигеҙҙәре камиллаштырыла, геофизик мәғлүмәтте анализлау, ятҡылыҡтарҙың геол.-матем. моделдәрен эшләү, ятҡылыҡтарҙы һыуландырыу системаһын камиллаштырыу методикалары эшләнә. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Методы уточнения базы данных для формирования ГТМ. М.; Разработка нефтяных пластов в поздней стадии. Т.1. Геология и разработка нефтяной залежи в поздней стадии. М., 2004 (авторҙ.).
Тәрж. Э.М.Юлбарисов