Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨП УРАЛ ҺЫНЫЛЫШЫ

Просмотров: 1423

ТӨП УРАЛ ҺЫНЫЛЫШЫ, ер ҡабығы тәрәнлегенә Урал йыйырсыҡлы өлкәһен палеоконтиненталь һәм палеоокеан секторҙарға бүлгән һынылыш. Уралдың бөтөн һуҙымында күҙәтелә. Көнсығышта ауыу мөйөшө 30°—80°. А.В.Пейве тарафынан Ерҙең мантияһына тәрән үтеп ингән төпкөлдәге һынылыштарҙың тектоник бер төрө булараҡ айырып күрһәтелә (1945). Кембрий аҙағында — ордовик башында барлыҡҡа килә, был ваҡытта көсөргәнешле һуҙылыу арҡаһында Көнсығыш Европа континенты ярыла һәм Урал палеоокеаны хасил була. Хәҙерге Көньяҡ Урал территорияһында һуң девон башына тиклем континент ҡырын сикләй, артабан был ҡыр Магнитогорск утрауҙар дуғаһы менән бәрелешә, һөҙөмтәлә Т.У.һ. ҙур амплитудалы ҡаплау шыуҙырмаһына әйләнә. Т.У.һ. буйлап актив тектоник хәрәкәттәр иртә карбон аҙағына — урта карбон башына тиклем дауам итә. Башҡортостан территорияһында Т.У.һ. серпентинит “меланжы” (интенсив иҙелгән серпентинит ҡатламдары массаһында төрлө тау тоҡомдарының айырылған блоктарынан торған ҡалын ваҡлау зонаһы) менән билдәләнә. Т.У.һ. зонаһына алтын мәғдәне ятҡылыҡтары [Муртыҡты, Миндәк (Учалы районы) һ.б.]; сульфидлы баҡыр‑кобальт мәғдәне ятҡылыҡтары [Ивановка, Тиргәмеш (Хәйбулла районы) һ.б.]; хром мәғдәне ятҡылыҡтары [уларҙың иң ҙур тупланышы — Нәрәле массивы районында (Ҡорманкүл, Нәрәле һ.б. ятҡылыҡтар) һ.б.] тура килә.

  Әҙәб.: С е р а в к и н И.Б., З н а м е н с к и й С.Е., К о с а р е в А.М. Разрывная тектоника и рудоносность Башкирского Зауралья. Уфа, 2001.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2022
Связанные темы рубрикатора: