Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛСЫҠ

Просмотров: 1347

БАЛСЫҠ, башлыса балсыҡлы минералдарҙан торған ултырма тау тоҡомо. Б. мөһим үҙенсәлектәре минераль, гранулометрик һәм химик составына бәйле. Б. төп химик компоненттары булып кремний окисы (3070%), алюмин (1040%) һәм һыу (510%) тора. Минераль составы буйынса  полиминераль һәм мономинераль (каолинитлы, гидрослюдалы, монтмориллонитлы); сығышы буйынса  физик (ватыҡ) һәм химик (ҡалдыҡ — ашалыу ҡатлауҙары Б.); ултырма тупланыу шарттары буйынса  диңгеҙ һәм континенталь; техник талаптар характеры буйынса еңел иреүсән, утҡа сыҙамлы һәм ауыр иреүсән, каолиндар, монтмориллонитлы (адсорбция һәм юғары дисперсион) Б. бүленә. Еңел иреүсән Б. кремний окистарының юғары миҡдары (70%‑ҡа тиклем) менән билдәләнә. Ҡатлам булып ята. Төҫө һарғылт көрәндән ҡуйы көрәнгә тиклем; дисперслы; яныу температураһы 9001000°С. Кирбес, керамзит, цемент етештереү өсөн сеймал булып тора. Утҡа сыҙамлы һәм ауыр иреүсән Б. алюмин окистарының юғары миҡдары (3040%) менән билдәләнә. Төҫтәре аҡ, асыҡ һоро, асыҡ көрән йәки ҡара; түбән дисперслылар; яныу температураһы 11001250°С. Йөҙләү кирбесе, утҡа сыҙамлы изделиелар, керамика етештереүҙә ҡулланыла. Каолин (аҡ Б.) түбән һығылмалылығы менән айырыла. Керамика, ҡағыҙ һ.б. етештереү өсөн сеймал булып тора. Монтмориллонитлы Б. юғары һығылмалылыҡ менән билдәләнә. Металлургияла ҡулланыла (тимер мәғдәне окатыштары етештереүҙә беркетеү, быраулау эретмәләре компоненты сифатында һ.б.).

   БР территорияһында еңел иреүсән, утҡа сыҙамлы һәм ауыр иреүсән Б., каолин ятҡылыҡтары билдәле. Еңел иреүсән Б. республиканың бөтә территорияһында таралған; Талбазы (Ауырғазы районы), Атарша (Балаҡатай районы), Пономарёвка (Бөрө районы), Мораҙым (Дәүләкән районы), Көнсығыш Можары (Краснокама районы), Өфө һәм Курочкин (Өфө районы), Саҡмағош (Саҡмағош районы) һ.б. ятҡылыҡтар файҙаланыла. Утҡа сыҙамлы һәм ауыр иреүсән Б. Урал алды бөгөлөнә һәм Йылайыр синклинорийының төньяҡ өлөшөнә тура килә; Санйын (Көйөргәҙе районы) һәм Талалаевка (Стәрлетамаҡ районы) ятҡылыҡтары үҙләштерелә.

  Әҙәб.: Минерально-производственный комплекс неметаллических полезных ископаемых Республики Башкортостан. Казань, 1999.

Т.А.Мельник

Тәрж. Э.М.Юлбарисов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2022