Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГОРСКИЙ Иван Иванович

Просмотров: 820

ГОРСКИЙ Иван Иванович (31.8.1893, Ярославль губернаһы Рыбинск ҡ. — 9.7.1975, Мәскәү ҡ.), геолог, палеонтолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1943), геология‑минералогия фәндәре докторы (1937), профессор (1935). Петроград тау институтын тамамлағандан һуң (1920) 1960 й. тиклем шунда уҡ уҡыта (1945 й. алып палеонтология кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта 1947 й. тиклем Бөтә Союз геология институтында (Ленинград ҡ.; 1944 й. алып директор) эшләй. 1947—69 йй. СССР ФА‑һында: 1952 й. тиклем Карел-Фин филиалы (Петрозаводск ҡ.) Президиумы рәйесе, 1950—59 йй. Күмер геологияһы лабораторияһы (Ленинград ҡ.) директоры, 1960—68 йй. СССР ФА‑ның Ер тураһындағы фәндәр бүлегенең академик-секретары урынбаҫары. Фәнни хеҙмәттәре таш күмер ҡатламдарының стратиграфияһы, палеонтологияһы һәм тектоникаһына, Уралдың яғыулыҡ-энергетика базаһын баһалауға арналған. Г. тарафынан Яңы Ер карбоны, Ҡаҙағстан, Урал фаунаһы (коралдар, брахиоподтар) өйрәнелгән, Уралдың тектоник схемаһы эшләнгән һәм унда Урал алды бөгөлө, Башҡорт мегантиклинорийы, Йылайыр синклинорийы һ.б. структуралар айырып күрһәтелгән. Уралдың геологик картаһы (1939), СССР‑ҙың Европа өлөшөнөң, Урал һәм Кавказдың геологик картаһы (1948), СССР күмере прогнозы буйынса дөйөм карта (1953), Уралдың йыйылма геологик картаһы (1959), Европаның халыҡ-ара күмер ҡатламдары картаһы (1967) һ.б. мөхәррире һәм авторҙашы. Бөтә Союз палеонтология йәмғиәте (1954—75), СССР геологтарының милли комитеты (1960—69) рәйесе. Ленин (1948, 1949), Октябрь Революцияһы (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), “Почёт Билдәһе” (1945) ордендары менән бүләкләнгән. Коралл полибының юҡҡа сыҡҡан тоҡомдарына (Gorskyella, Gorskyites) һәм төрҙәренә (Lonsdaleia gorskyi, Syringopora gorskyi һ.б.), радиолярий, строматопорат, фораминифер төрҙәренә  Г. исеме бирелгән.

  Х е ҙ м.: Геологический очерк Кизеловского района //Угленосные отложения западного склона Урала. Л.;М., 1932; Урало-Новоземельская складчатая область //Геологическое строение СССР. Т.3. М., 1958; Кораллы среднего карбона западного склона Урала. М., 1978.

   Әҙәб.: Выдающиеся учёные Геологического комитета — ВСЕГЕИ. Л., 1984.

А.А.Алексеев


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2022
Связанные темы рубрикатора: