Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРАВИРАЗВЕДКА

Просмотров: 1060

ГРАВИРАЗВЕДКА, гравиметрик разведка, ер өҫтөндәге йәки уға яҡын ерҙәге тәбиғи ауырлыҡ ҡырын өйрәнеүгә нигеҙләнгән разведка геофизикаһы ысулы. Гравитация ҡыры т‑дағы мәғлүмәт ер ҡатламындағы геол. есемдәрҙәге тығыҙлыҡ айырмалылығының төрлө тәрәнлектә таралыуы б‑са өйрәнелеүҙә булған майҙандарҙың төҙөлөшөн билдәләргә мөмкинлек бирә. Төбәк тикшеренеүҙәре ваҡытында Г. тектоник районлаштырыу һәм геол. картаға төшөрөү, прогноз карталарын төҙөү мәсьәләләрен хәл итә. Ҙур масштаблы Г. перспективалы биләмәләрҙең геол. төҙөлөшөн асыҡлауҙа, уларҙың сиктәрендә төрлө файҙалы ҡаҙылмаларҙы эҙләү һәм разведкалау өсөн ҡулланыла. Г. шулай уҡ инженер геологияһы һәм геодезия мәсьәләләрен сисеүҙә файҙаланыла. Башҡортостанда Г. беренсе тапҡыр 1931 й. нефть һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләүгә бәйле Ишембай р‑нында үткәрелә (В.М.Навроцкий), Г. мәғлүмәттәре һ.б. геофизик һәм геол. тикшеренеүҙәр Ишембай нефть ятҡылығын асыуға булышлыҡ итә. 30—50 йй. Г. күләме респ. платформалы өлөшөндә углеводород сеймалын эҙләү маҡсатында байтаҡ арта. Г. һәм электроразведканы үҙ эсенә алған респ. платформалы өлөшөнөң риф массивтарын эҙләү һәм разведкалау өсөн геофизика ысулдары комплексы эшләнә (А.А.Глухов, В.А.Долицкий, А.М.Храмой). 1950—56 йй. гравитация һәм магнит ҡырҙарының геол. аномалия тәбиғәтен асыҡлау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Р.Ф.Володарский, И.С.Огаринов, Э.Э.Фотиади, Д.С.Халтурин һ.б.). Гравитация ҡырын үлсәү мәғлүмәттәре нигеҙендә, нефть ятҡылыҡтарын һәм газ ятҡылыҡтарын эҙләүҙә ҡулланылған Башҡортостандың 1:500000 масштаблы тектоник районлаштырыу схемаһы эшләнә (Огаринов). 60‑сы йй. “Башнефтегеофизика” Урал геофизика экспедиция тресы һәм Башҡ‑н терр. геол. идараһының (ҡара: “Башкиргеология”) Башҡ‑н геофизика экспедицияһы тарафынан БР‑ҙың мәғдәнле райондарында Г. үҙ эсенә алған системалы комплекслы геофизик тикшеренеүҙәр башлана. 60—70‑се йй. респ. бөтә терр‑яһының 1:200000 масштаблы гравиметрия планы төшөрөлә (М.Г.Битюков, Н.Н.Васильева, А.П.Верхотина, М.П.Гурьев һ.б.). Улар нигеҙендә СССР-ҙың 1:200000 масштаблы гравиметрик карталары эшләнә (В.Н.Колушов, В.А.Коняхин, Е.П.Панченко, В.М.Рыбалко һ.б.). Башҡа геофизик ысулдарҙы ла берләштереп, Магнитогорск мегасинклинорийының 1:50000 масштаблы гравиметрия планы төшөрөлә, респ. көнсығыш өлөшөнөң геол. төҙөлөшө һәм төрлө файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү эштәренең йүнәлеше асыҡлана. Төшөрөлгән пландар һөҙөмтәһендә ауырлыҡ көсө аномалияларының 1:50000 масштаблы карталары төҙөлә. 1960 й. алып ҡара һәм төҫлө металл мәғдәндәрен эҙләү маҡсатында, Бүребай (Б.А.Крестинин, А.С.Терёхин, В.Л.Усанин, Т.А.Фетисова, И.И.Чернова), Баймаҡ (Ю.В.Александров, Т.И.Алудаури, В.К.Кева, В.И.Решетнева), Сибай (И.И.Калташева, Усанин һ.б.), Әбйәлил (Терёхин, Б.А.Чупилко), Учалыла (Р.Ш.Исхаҡова, А.П.Калташев) электроразведка һәм магниторазведканы берләштереп, ҙур масштаблы Г. үткәрелә. Геофизик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә Юбилейный, Көнсығыш Семёновка алтын колчедан ятҡылыҡтарының мәғдән ятыштары һәм киләсәктә колчеданлы мәғдән алынасаҡ мәғдән сығанаҡтары асыла: Көнсығыш Һамар, Көнсығыш Ташкүл, Төньяҡ Мәмбәт, Хворостянка һ.б. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тимер мәғдәнле райондарында билдәле мәғдән ҡырҙарының күбеһендә Г. үткәрелгән (Л.С.Быкова, А.М.Калужин, А.А.Пацков). 1995 й. алып Г. мәғлүмәттәре 1:200000 масштаблы РФ дәүләт геол. карталарын сығарыуҙа ҡулланыла (Быкова, Н.В.Жучкова һ.б.). 2000—06 йй. Г. БР‑ҙың платформалы өлөшөндә девон алды ятҡылыҡтарының углеводород потенциалын асыҡлау маҡсатында, магниторазведка м‑н берлектә төбәк сейсмик профилдәр системаһы б‑са эшләнә.

М.Ф.Татлыбаев, А.А.Цветкова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: