Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒАРИФЙӘНОВ Ғәбделбар Ғарифйән улы

Просмотров: 1137

ҒАРИФЙӘНОВ Ғәбделбар Ғарифйән улы (11.9.1930, ТАССР‑ҙың Нөнәгәр а. — 2.10.2013, Ҡазан ҡ.), химик-технолог. Техник фәндәр докторы (1977), профессор (1990). Фәнни-производство эшмәкәрлеге дегидрирлау һәм хлорорганик синтезлау өсөн катализаторҙар эшләү, күп көкөртлө ҡуйы нефттәрҙе, битумлы тоҡомдар эшкәртеүҙең экологик яҡтан хәүефһеҙ алымдарын табыу һ.б. менән бәйле. 1961 й. алып БАССР‑ҙа эшләй: Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводында, 1968—74 йй. Стәрлетамаҡ химия заводының баш инженеры. Ғ. етәкселегендә Стәрлетамаҡ химия заводында (ҡара: “Каустик) этил‑ һәм изопропилбензолды, метилэтилпиридинды дегидрирлау катализаторҙары; α-метилстирол, дихлорэтан, этилендиамин һ.б. алыуҙың аҙ ҡалдыҡлы технологиялары уйлап табыла һәм производствоға индерелә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән (1971).

Р.Н.Заһиҙуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021
Связанные темы рубрикатора: