Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГИДРИРЛАУ

Просмотров: 1044

ГИДРИРЛАУ, гидрогенлау, органик берләшмәләрҙең молекулаларына водород ҡушылыуы. Башҡарылыу шарттары б-са — каталитик гомогенлы Г. (катализаторҙар – ҡайһы бер үҙгәреүсән металдар, уларҙың берләшмәләре) һәм гетерогенлы Г. (палладий, платина, никель, үҙгәреүсән металдарҙың ҡайһы бер оксидтары, сульфидтары һ.б.), каталитик булмаған гомогенлы һәм ионлы Г.; реакцияның механизмы б‑са туранан-тура (молекуланың структураһын тарҡатмайынса, водород икеле йәки өслө бәйләнеш б‑са ҡушыла) һәм деструктив Г. (парафин углеводородтарының “углерод — углерод” бәйләнештәрен тарҡатыу, нафтен углеводородтарының ҡулсаларын асыу, азотлы, кислородлы, көкөртлө берләшмәләрҙең  аммиак, һыу, көкөртлө водород барлыҡҡа килтереп гетероатомдарын тарҡатыу) айырыла. Процесты 20—200°С т‑рала, водородтың баҫымы 0,1—100 МПа һәм унан юғарыраҡ булғанда үткәрәләр. Туйынмаған углеводородтарҙы (ацетилендар, олефиндар, арендар), карбониль берләшмәләрҙе (альдегидтар, кетондар, карбон кислоталары һәм уларҙың сығарылмалары), нитроберләшмәләрҙе һ.б. Г. үткәрелә. Башҡортостанда 20 б. 40-сы йй. аҙ. Өфө нефть эшкәртеү заводында ацетилен углеводородтарын Г. өсөн катализаторҙар етештереү үҙләштерелә. 50-се йй. аҙ. 18-се комб‑тта (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) мазутты һәм көкөртлө нефттең ҡаты ҡалдыҡтарын тәрән гидрогенлап эшкәртеү юлы м-н мотор яғыулығы алыу өсөн завод (шыйыҡлыҡ һәм пар фазаһында Г. бүлектәре м-н) төҙөлә; 70-се йй. май альдегидтарҙы (ҡара: Бутил спирттары), фурфуролды, майлы кислоталарының ҡатмарлы эфирҙарын һәм этилен газы ағымда эсендә ацетиленды Г. процесы үҙләштерелә. “Каучук” ЯАЙ-нда 60-сы йй. башлап Г. бутадиенды һәм изопренды (ҡара: Диен углеводородтары) ацетилен углеводородтары ҡушылмаларынан таҙартыу өсөн ҡулланалар. Респ. НЭЗ‑дарында  деструктив Г. нефть дистилляттарын юғары сифатлы продукция алыу маҡсатында каталитик юл м-н таҙартыуҙың төп процесы булып тора (ҡара: Гидрокрекинг, Нефть продукттарын таҙартыу). 70-се йй. уртаһында КПСС-тың 22-се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) С10—С18 фракцияларының синтетик май кислоталарын туранан-тура Г. процесы үҙләштерелә. 60-сы йй. аҙ. алып НИИнефтехимда майҙарҙы, альдегидтарҙы, ароматик һ.б. туйындырылмаған берләшмәләрҙе Г. өсөн катализаторҙар алыу технологияларын уйлап табыу һәм камиллаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (В.А.Веклов, Т.О.Ган, Б.В.Морозов, Р.М.Мәсәғүтов, С.Г.Тихановская, Р.И.Черкасов). Шулай уҡ ҡара: Алициклик берләшмәләр, Аминдар, Синтетик шыйыҡ яғыулыҡ, Спирттар.

Б.И.Кутепов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: