ГИЛЕВА Наталья Георгиевна
ГИЛЕВА Наталья Георгиевна (26.2.1956, Өфө), химик. Химия ф. д‑ры (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) Органик химия ин‑тында эшләй: 1990 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1996—2008 йй. поликонденсация төркөмө етәксеһе. Фәнни хеҙмәттәре күләмле циклик тармҡалы полиариленфталидтар һәм поликетондарҙы тикшереүгә арналған. Г. тарафынан юғары физик-механик, электрофизик үҙенсәлекле гомо- һәм сополиариленфталидтарҙы, фталидкетондарҙы йүнәлешле синтезлау ысулдары эшләнә. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт, 1 уйлап табыу авторы.
Хеҙм.: Синтез и свойства полиариленфталидкетонов //Высокомолекулярные соединения. Серия А. 2002. Т.44. №.10 (авторҙ.).
Тәрж. Л.И.Шарапова