Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘБДРӘХИМОВ Мәүлитйән Сәғитйән улы

Просмотров: 1453

ҒӘБДРӘХИМОВ Мәүлитйән Сәғитйән улы (31.12.1941, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Иҫке Туймазы а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1992), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976), РФ‑тың почётлы юғары һәм проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1970) Октябрьский филиалында эшләй (2002 й. алып нефть  промыслаһы машиналары һәм ҡорамалдары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге энергия  һаҡлаусы быраулау һәм нефть промыслалары ҡорамалдарын камиллаштырыуға һәм уйлап табыуға арналған. Ғ. етәкс. скважиналарҙы быраулау өсөн вибраторҙар, демпферҙар, бырауҙар, быраулы турбиналар, центраторҙар һ.б. инструменттар; скважиналарҙың һәм ҡатламдарҙың забой алды зоналарына тәьҫир итеү өсөн вибратор-пульсаторҙар; нефть сығарыу өсөн өҫкө приводлы винтлы насос ҡулайламаһы уйлап табыла. Асыштары “Башнефть” АНК ААЙ‑нда һәм РФ‑тың, БДБ илдәренең башҡа нефть сәнәғәте пр‑тиеларында индерелгән. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 89 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Наддолотные многоступенчатые виброусилители, СПб., 2005 (авторҙ.); Вибрационная техника и технология для производства скважинных работ. СПб., 2007 (авторҙ.); Динамика бурильного инструмента при проводке вертикальных, наклонных и горизонтальных скважин. СПб., 2011 (авторҙ.).

Б.З.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.12.2021
Связанные темы рубрикатора: