Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘБИТОВ Илдар Исмәғил улы

Просмотров: 1336

ҒӘБИТОВ Илдар Исмәғил улы (22.12.1963, Белорет ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (2001), профессор (2003). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2022), БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007). И.Ә.Ғәбитовтың улы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) шунда уҡ эшләй: 1996—99 йй. фәнни эштәр буйынса проректор, 2001 й. алып тракторҙар һәм автомобилдәр кафедраһы мөдире, 2005 й. — уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор, 2007 й. беренсе проректор—уҡыу‑уҡытыу эштәре буйынса проректор, 2008 й. башлап ректор. Фәнни эшмәкәрлеге электр ярҙамында идара ителгән яғыулыҡ биреү системалары конструкцияларын, автотрактор һәм комбайн дизелдәренең яғыулыҡ аппаратураһы технологияларын һәм техник ярҙам күрһәтеү сараларын эшләүгә арналған. Уның етәкселегендә уйлап табылған автотрактор дизелдәренең яғыулыҡ аппаратураһын диагностикалау технологиялары һәм саралары БР‑ҙың һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең машиналар эшләү (Барнаул, Ногинск ҡҡ.) һәм ремонт предприятиеларында индерелгән. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 4—5‑се саҡырылыш депутаты.

 Х е ҙ м.: Диагностика и техническое обслуживание машин. М., 2008 (авторҙ.); Техническое обслуживание и диагностика топливной аппаратуры автотракторных дизелей. М., 2008 (авторҙ.); Интеллектуализация технического сервиса топливоподающих систем дизелей. М., 2018 (авторҙ.).

А.В.Неговора

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.02.2024
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: