Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ДВИГАТЕЛЬ

Просмотров: 1759

ГАЗ ТУРБИНАЛЫ ДВИГАТЕЛЬ, эш башҡарған есемдең (ҡыҫылған газ, газ ҡушымтаһы) энергияһын газ турбинаһында реактив ағымдың кинетик энергияһына һәм (йәки) механик эшкә әүерелдереүсе йылылыҡ двигателе. Төҙөлөшө б‑са форсаж камераһы булған турбиналы реактив двигателдәрҙе, форсаж камераһы булған ике контурлы турбиналы реактив двигателдәрҙе, турбиналы винтлы двигателдәрҙе, турбиналы валлы двигателдәрҙе, ярҙамсы энергия ҡулайламаларын айыралар. Г.т.д. төп өлөштәре булып компрессор, яныу камераһы, газ турбинаһы тора. Компрессорҙа атмосферанан алынған һауа юғары баҫымға тиклем ҡыҫыла һәм яныу камераһына ебәрелә, унда яғыулыҡ яныу иҫәбенә эш башҡарған есемдең т‑раһы күтәрелә (1000 К юғарыраҡ). Артабан турбинала газ (газ ҡушымтаһы) энергияһының күпселек өлөшө — компрессорҙы, ҡалған өлөшө башҡа агрегаттарҙы (һауа йәки ишкес винт, һауа компрессоры, электр генераторы) хәрәкәткә килтереү өсөн файҙаланыла йәки реактив ағымдың энергияһы рәүешендә ҡала. Г.т.д. ыҡсым була, атмосфералағы т‑раның киң диапазонында еңел һәм тиҙ генә эшләтеп ебәрелә, сағыштырма массалары (эшләп сығарылған ҡеүәт берәмегенә ҡарата) бәләкәй. Даими баҫым аҫтында йылы биреп торған саҡта термодинамика циклы б‑са газ хәлендәге һәм шыйыҡ яғыулыҡ м‑н эшләй. Г.т.д. ирешелгән һөҙөмтәле файҙалы эш коэффициенты 35%‑тан ашыу. Авиацияла (авиация двигателдәре), диңгеҙ һәм ҡоро ер транспортында (транспорт сараларында хәрәкәткә килтергестәр булараҡ), энергетикала (газ турбиналы ҡулайламаларҙа) һ.б. файҙаланалар. 20 б. 50‑се йй. уртаһынан башлап Г.т.д. ҡайһы бер төрҙәре Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә (ш. иҫ. “Мотор” ҒПБ‑нда уйлап табылғандары; ҡара: табл.), ярҙамсы энергия ҡулайламалары “Гидравлика” ААЙ‑нда етештерелә.

Әҙәб.: Проектирование авиационных газотурбинных двигателей/под ред. А.М.Ахмедзянова. М., 2000; Зрелов В.А. Отечественные газотурбинные двигатели: основные параметры и конструктивные схемы. М., 2005.

Х.С.Ғүмәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

ӨМЭПБ етештергән газ турбиналы двигателдәр

Күрһәткестәре

 Төрҙәре

Р13‑300

Р25‑300

Р195

Р29Б‑300

АЛ31‑Ф

Тартыу көсө, кН

64,7

67,2

44,1

112,8

122,6

Сағыштырмаса яғыулыҡ тотоноу, кг/Н·сәғ

0,229

0,229

0,091

0,183

0,200

Һауа тотоноу, кг/с

66

68,5

66

105

112

Турбина алдындағы газ температураһы, К

1223

1313

1203

1403

1650

Габарит үлсәмдәре, мм:

оҙонлоғо

максималь диаметры

 

4600

907

 

4615

907

 

2880

805

 

4992

986

 

4945

1277

Массаһы, кг

1135

1215

860

1777

1520

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: